Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 15:30

1 майға ҡала һәм ауылдар таҙа булырға тейеш

Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡыш буйы бысраҡ, сүп-сар бик күп йыйылған. 

1 майға ҡала һәм ауылдар таҙа булырға тейеш
1 майға ҡала һәм ауылдар таҙа булырға тейеш

Һуңғы көндәрҙә ҡапыл йылытты һәм ҡар ирей башланы. Ҡар менән бергә бысраҡ та сыға. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 майға тиклем муниципалитеттар башлыҡтарына һәм Торлаҡ-хужалыҡ министрлығына ҡала һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартып бөтөргә ҡушты.

– Бөгөн 4 апрель. Беҙҙең алда һәр йылдағыса бурыс тора, был хаҡта һөйләшеп килештек, 1 майға ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ тап-таҙа булырға тейеш. Улар ҡыш буйына йыйылған бысраҡтан, ҡарҙан, һыуҙан арынырға тейеш, – тине ул.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл яҙҙың һуң килеүе эште тиҙерәк үтәүҙе тотҡарлай, әммә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яйлап эш башланған.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәргә Волга буйы федераль округындағы коммуналь тармаҡта түбән авариялар күрһәткесе өсөн рәхмәт әйтте.

Алан Марзаев тағы бер матур яңылыҡ менән уртаҡлашты. 2021 йылда ҡала мөхите сифаты индексын иҫәпләү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың 14 ҡалаһы уңайлы мөхитле ҡалалар иҫәбенә ингән (туғыҙ ҡала планлаштырылған). Өфө уңайлы ҡала мөхите булған Рәсәй ҡалалары рейтингында алтынсы урынды биләй, 2020 йылда туғыҙынсы урында булған. Бынан тыш, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында аварияларҙы һәм инциденттарҙы бөтөрөүгә мониторинг һәм контроль системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында аварияларҙың сағыштырма иң түбән күрһәткескә эйә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, үрҙә әйтелгән рейтингты Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы төҙөй. Ул төҙөкләндереү өлкәһендә Нефтекаманың, Салауаттың һәм Учалының юғары ҡеүәтен билдәләне, Күмертау һәм Белоретҡа проблемаларҙы хәл итеүгә иғтибар бирергә ҡушты.

Фото: proza.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: