Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 20:30

"Атайсал" үҙен аҡланы

Проект эшләй башлағандан алып унда ҡатнашыусылар 1,2 миллиард һумдан ашыуға 6 266 ғариза тапшырған. 5 481 проект тормошҡа ашырылған да инде, уларҙы финанслау күләме 570 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

"Атайсал" үҙен аҡланы
"Атайсал" үҙен аҡланы

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Атайсал – кесе ватан” проектын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Атайсал” проекты 2021 йылдың 1 мартында башланды. Уның асылы шунда: ҙур булмаған ҡалаларҙан йәки ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр үҙ теләге менән бәләкәй ватанына ярҙам итә ала. Проект муниципалитеттарҙы меценаттар менән бәйләй, ойоштороу эштәрен яйға һалыуға булышлыҡ итә.

Проект эшләй башлағандан алып унда ҡатнашыусылар 1,2 миллиард һумдан ашыуға 6 266 ғариза тапшырған. 5 481 проект тормошҡа ашырылған да инде, уларҙы финанслау күләме 570 миллион һумдан күберәк тәшкил иткән. Тағы ла 785 башланғыс – эштә. “Атайсал – кесе Ватан” порталында Рәсәйҙең 20 төбәгенән бөтәһе 2 100 ҡатнашыусы теркәлгән. Проектта Башҡортостанда тыуып үҫеп, сит илдәрҙә йәшәгәндәр ҙә ҡатнаша.

Проекттың сайтына ғариза биргән иң әүҙем биләмәләр иҫәбендә – Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары. Шулай уҡ Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Өфө ҡалалары – лидерҙар рәтендә.

Республика етәксеһе проектта ҡатнашыусыларҙың төрлө башланғыстар күрһәтеүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “Базы” предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов Саҡмағош районында дөйөм суммаһы 37 миллион һумдан ашыулыҡ 16 проектты тормошҡа ашырған, меценат Алексей Казанин тыуған Фёдоровка районы үҫешенә 15 миллион һум аҡса һалған, эшҡыуар Руслан Ғирфанов Баймаҡ ҡала дауаханаһына 13,5 миллион һумға медицина ҡорамалдары тапшырҙы.

– Беҙ башлап ебәргән “Атайсал” проекты һөҙөмтә бирә, – тине Радий Хәбиров. – Яҡташтарыбыҙҙың тыуған яҡтарына ярҙам итеүенә миҫалдар бик күп. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса 29 апрелдә Өфөлә әүҙем меценаттар ҡатнашлығында “Яҡташлыҡ көсө” форумын уҙғарырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ яҡташтар менән осрашыуҙар республика муниципалитеттарында 30 апрелдә үтәсәк. Ошо уҡ көндә Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында Хәтер көнө лә ойоштороласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: