Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 12:45

"Баламдың ғүмере ҡыл өҫтөндә, ярҙам итегеҙ..."

Шулай тип ялбара атай кеше полиция хеҙмәткәренә.

"Баламдың ғүмере ҡыл өҫтөндә, ярҙам итегеҙ..."
"Баламдың ғүмере ҡыл өҫтөндә, ярҙам итегеҙ..."

«Зинһар, дауаханаға алып барып еткерергә ярҙам итегеҙ…», - ти сирле сабыйҙың атаһы. Был ваҡытта юлдарҙа ҙур-ҙур тығындар була шул.

Капитан Андрей Елтушев, ике лә уйлап тормай, сиренаһын тулы көскә ҡабыҙып, артынан ҡыуа төшөргә ҡуша, тип яҙа ufa rabota1 порталы. Юл ыңғайы офицер тауыш көсәйткес аша башҡа водителдәргә ҡырғараҡ китеп торорға бойора. Шулай итеп, бер нисә юл сатын тиҙ үтеп китә улар.

Һөҙөмтәлә дауаханаға ваҡытында барып етәләр һәм унда ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарып алып ҡалалар. Ярай әле килтереп өлгөргәнһегеҙ, һанаулы ғына минуттар ҡалған ине, тип белдергән табиптар.

"Бәхеткә күрә, Андрей Елтушев кеүек ярҙамсыл, тәүәккәл егеттәр эшләй эске эштәр органдарында. Һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Афарин!" - тип яҙған социаль селтәрҙә кешеләр, капитандың тәүәккәллегенә һоҡланып.

Фото: ufarabota 1.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: