Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 09:00

Гүзәл заттар, байрамға килегеҙ!

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы яңы асылған Сибай филармонияһында үтәсәк.

Гүзәл заттар, байрамға килегеҙ!
Гүзәл заттар, байрамға килегеҙ!

6 апрелдә Сибай ҡалаһында күптән көтөлгән ҙур сара - "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" асыҡ академияһы үтә. Ул “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уҙғарыла.

Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрен, тәбиғи асылын асыу, сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу мөмкинлеге биргән бындай саралар Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторола. Йолаға ярашлы, Сибай ҡалаһында үтәсәк сарала төрлө тематик биләмәләр эшләйәсәк. “Ижад биләмәһе”, "Һаулыҡ биләмәһе", “Ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе”, "Мөмкинлектәр биләмәһе", "Бала саҡ биләмәһе" һәм башҡа бик күп биләмәләрҙә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ һорауҙарына яуап таба аласаҡ, матурлыҡ серҙәренә төшәнәсәк.

Әйткәндәй, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең эшендә проекттың авторы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың да ҡатнашыуы көтөлә. Иң мөһиме - был сара ҡала халҡының йылдар буйына көтөп алған өр-яңы төҙөлгән Сибай филармонияһында үтәсәк. Гүзәл заттар, саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Афзаловтың "Бөйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: