Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәткә Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү әҙерләргә ҡушты. Был турала ул аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Радий Хәбиров менән Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Уның йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәге һәм Донецк Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында берлектәге коммюникеға ҡул ҡуйылды.
– Луганск Халыҡ Республикаһы беҙгә бик яҡын. Унда Петровское ауылында беҙҙең данлыҡлы хәрби начальник Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән, – тине Радий Хәбиров. – Луганск ошо һигеҙ йылда ярайһы ҙур зыян күрҙе. Килешеү өҫтөндә әле үк эшләй башлау һәм артабан алға барыу мөһим.
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса төбәктә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам менән өсөнсө автоколонна ойошторолоуын һөйләне. Уның составына аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары тейәлгән дүрт йөк машинаһы инде. Был автоколонна 5 апрелгә тәғәйенләнгән. Бынан алдағы автопоездар Өфөнән 4 мартта һәм 18 мартта юлға сыҡҡайны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.