Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 12:40

Министрлыҡтар рейтингы билдәләнгән

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Сәләм” программаһында булған тура эфирҙа социаль селтәрҙә министрҙар һәм министрлыҡтар эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнеләр.

Министрлыҡтар рейтингы билдәләнгән
Министрлыҡтар рейтингы билдәләнгән

Бөгөн, 4 апрелдә Халыҡ-ара интернет көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланмаған. “4.04” датаһы интернеттағы иң таныулы билдәне – 404 Хатаһын хәтерләтә.

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Сәләм” программаһында булған сираттағы тура эфирында социаль селтәрҙә министрҙар һәм министрлыҡтар эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнеләр. Улар араһында популяр һәм бигүк популяр булмағандары бар.

Мәҫәлән, 24 - 30 мартта социаль селтәрҙәге министрлыҡтар мәғлүмәттәре араһында республиканың Мәҙәниәт министрлығы яҙмаһы иң күп лайк һәм комментарийҙар йыйған (473). Унда һүҙ сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренә дәүләт наградалары тапшырыу хаҡында бара.

Ғөмүмән, министрҙар төрлө темаларға яҙа. Мәҫәлән, Башҡортостада рыбатлон сараһы үткән. Саңғы ярышы һәм балыҡ тотоу элементтарын бергә ҡушҡан сара хаҡында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр иткән. Ярыштың шарты түбәндәгесә: балыҡсы ике сәғәттә – ике балыҡ тоторға, саңғысы ике километрлыҡ ике әйләнеш арауыҡты үтергә тейеш. Креатив сара тураһындағы яңылыҡ 115 лайк йыйған. Уны 4,5 мең самаһы кеше ҡараған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яҙмалары ла күп лайктар йыя. Әлеге ваҡытта “2022 йылдың иң яҡшы табибы” Бөтә Рәсәй конкурсы бара. Ошо айҡанлы министрлыҡ төркөмөндә яңы рубрика асҡандар: унда бәйгелә ҡатнашыусылар тураһында фото, видео һәм мәғлүмәт бирәләр. Шундай бер видео, мәҫәлән, 38 лайк йыйған һәм 4 мең тапҡыр ҡаралған.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты яҙмаһы иһә  бик йылы килеп сыҡҡан. Һүҙ Белоретта тәрән көрткә батҡан ҡоралайҙы ҡотҡарыу тураһында бара. Кешеләрҙең битараф булмауы һәм ҡотҡарыусыларҙың һөнәри оҫталығы йәнлектең ғүмерен һаҡларға  ярҙам иткән. Был яҙма ла кешеләрҙә ыңғай фекер тыуҙырған, лайктар һәм комментарийҙар йыйған.

Төркөм рейтингтарына һәм яҙылыусыларға килгәндә, хәлдәр түбәндәгесә:  

  1. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы – 28 мең кеше
    2. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы – 27 мең кеше
    3. Башҡортостандың  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы – 21 мең кеше
    4. Башҡортостандың  Спорт министрлығы –12 мең кеше
    5. Башҡортостандың  Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы – 10 мең кеше.

Фото: api.rbsmi.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в