Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 17:00

Һорауҙарға яуап бирегеҙ

Өфө троллейбустарының төҫөн һайларға ярҙам итегеҙ.

Һорауҙарға яуап бирегеҙ
Һорауҙарға яуап бирегеҙ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә халыҡҡа мөрәжәғәт ҡалдырҙы:

"Миңә троллейбус заводы етәкселеге мөрәжәғәт итте. Ҡатмарлы һәм яуаплы йөкләмә бирҙеләр - троллейбустарыбыҙҙың төҫөн һайларға.

Килешеү буйынса, завод 2022 йылдың аҙағына тиклем беҙгә 45 троллейбус оҙатасаҡ. Әммә төҫтәрҙе һайлауҙы хәл итеүҙе үҙ өҫтөмә ала алмайым. Шуға күрә, ҡәҙерле өфөләр, һеҙҙең менән кәңәшләшергә теләйем. Варианттарҙы тәҡдим итәм, ә ҡала халҡы ниндәй төҫ яҡшыраҡ булырын үҙе хәл итһен.

Йыл аҙағына был троллейбустар Өфө урамдары буйлап йүгерер тип өмөтләнәбеҙ".
 
Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: