Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 22:45

Соҡорҙарҙы тиҙерәк ямарға ҡушылды

Белгестәр ете мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тикшергән, уларҙа 20 мең етешһеҙлек асыҡланған.

Соҡорҙарҙы тиҙерәк ямарға ҡушылды
Соҡорҙарҙы тиҙерәк ямарға ҡушылды

Быйыл Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау барышында 11 148 етешһеҙлек бөтөрөлгән. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдерҙе.

Белгестәр бөтәһе ете мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тикшергән, уларҙа 20 мең етешһеҙлек асыҡланған. Яртыһынан ашыуы бөтөрөлгән.

Юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы (СКПДИ) ярҙамында соҡорҙарҙы һанлаштырыу, бөтөрөү алып барыла. Асыҡланған һәр етешһеҙлеккә айырым номер бирәләр, соҡорҙоң ҡайҙа урынлашҡанын, уның параметрҙарын, фотоһүрәтен ҡуялар. Дефект бөтөрөлгәндән һуң подрядсы СКПДИ системаһына тейешле фотоотчет ебәрә.

Александр Булушев билдәләүенсә, әлегә юлдарҙа һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ярҙамында соҡорҙарҙы ямау дауам итә. Көндәр йылынғас, ҡайнар ҡатышма етештереү башланасаҡ.

Республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская юл хужалығы темаһы әүәлгесә халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре араһында алдынғы урынды биләүен билдәләне. Мәҫәлән, 28 марттан 3 апрелгә тиклем килгән 3 871 мөрәжәғәттең 755-е – юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм ремонтлау буйынса. Төбәк етәксеһе соҡорҙарҙы тиҙ арала ямауҙың мөһимлеген билдәләне.

– Ял көндәрендә республика буйлап күп йөрөнөм. Халыҡты яҡшы аңлайым – юлдар буйынса һорауҙар бар, ялыуҙар байтаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Соҡорҙарҙы әүҙемерәк ремонтларға кәрәк. Был эште тиҙләтеүегеҙҙе һорайым.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: