Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 14:30

Түләүҙәр был аҙнанан башланырға тейеш

Бының өсөн республика бюджетенда аҡса бар. 

Түләүҙәр был аҙнанан башланырға тейеш
Түләүҙәр был аҙнанан башланырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә аҡсаны ошо аҙнанан түләй башларға ҡушты. Был туралағы һөйләшеү Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелде.

– Беҙ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә икешәр миллион һум бүлергә һөйләштек. Бюджетта аҡса бар. Республика хәрби комиссариатынан был аҙнала уҡ түләүҙәрҙең күсерелә башлауын белешәм, – тине ул.

Радий Хәбиров шулай уҡ республика парламентына “Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам сараһы тураһында”ғы закондың оператив ҡабул ителеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Документты 30 мартта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.

Билдәләнеүенсә, түләмдәр республика бюджеты иҫәбенән түләнәсәк. 

Фото: pravda-nn.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: