Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 09:51

Ауылы өсөн янып йәшәй

“Тырышҡан кешегә йәшәргә була”, – ти Рәшит Хөсәйенов.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр ауылдың үҙ мәсьәләләре һәм мәшәҡәттәре була. Элек улар менән колхоз рәйесе, бригадир, профсоюз ойошмаһы һәм башҡалар шөғөлләнһә, хәҙерге заманда старостаға яуаплылыҡтың ҙур ғына өлөшө тура килә. Улар халыҡҡа – тотҡа, урындағы хакимиәткә ярҙамсы булып тора. Тап староста ауыл халҡын власть менән бәйләүсе ролен үтәй. Ниндәй яңылыҡ, атҡараһы эштәр теркәлһә лә, иң беренсе, әлбиттә, староста хәбәрҙар була.

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡустығол ауылында теүәл ике йыл элек абруйлы, ойоштороу һәләтле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән Рәшит Хөсәйеновты, ышаныс күрһәтеп, ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуялар.

– Халыҡтың проблемаларын хәл итер өсөн ризалаштым, ауылдаш­та­рымдың өмөттәрен аҡларға тырыша­саҡ­мын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Ке­ше­ләр менән дә, ауыл хакимиәте менән дә уртаҡ тел табырға тырышам. Иң тәүҙә мәңгелек йорт – зыяратты – кәр­тә­ләтеү мәшәҡәттәренә тотондом. Дөйөм эш өсөн ватсапта әңгәмәләшеп торҙоҡ. Һәр йорттан берешәр мең һум аҡса йыйҙыҡ. Ҡайһы берәүҙәр, мөм­кинлектән файҙаланып, йорттар­ҙан һәр кеше башына ла тапшырҙылар. Алыҫта йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, улар араһында ҙур ғына сумма ебәреүселәр ҙә булды, – тип белдерҙе Рәшит Хөсәйенов. – Шулай итеп, байтаҡ ҡына сумма аҡса йы­йылды. Дауаханала осраҡлы ғына бер ҙур компанияға етәкселек иткән Әйүп Багиров менән танышҡайным, ул үҙ яғындағы ауылында асфальт һал­дырыуы тураһында һөйләгәйне. Та­нышымдың изге күңеллелеген, йомартлығын белеп, уға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Үтенесемде кире ҡаҡманы һәм штакетник алыу өсөн аҡса күсерҙе. Ҡарлыман ауыл би­ләмәһе хакимиәтенән аҡса бү­лен­мәһә лә, хакимиәт башлығы Азат Марат улы ла үҙ кеҫәһенән аҡсалата ярҙам итте. Рөстәм Рәхимов шәхси тракторында эшләһә, Фәрғәт Рәхимов иретеп-йәбештереү, болгарка менән эшләү өсөн  генераторын, Илгиз Насретдинов бурын биреп торҙо. Ауыл­даштарыбыҙҙың берҙәмлеге һәм ихлас күңелдән ярҙам ҡулын һуҙыу­сылар арҡаһында ниәт иткән эшебеҙ башҡарылды.

Шулай итеп, эште мәңгелек йорттан башлағас, бар нәмә лә ыңғай киткән.

Ауылыбыҙ тирәһендә йылға-күлдәр юҡ. Шуға ла быуа бик кәрәк ине. “Уңыш” йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткәс, улар тиҙ арала соҡоп та ҡуйҙы. Быныһына халыҡтан аҡса йыйырға тура килмәне. Тағы ла бер проблема бар: ауылға газ үтмәгән. Әлеге ваҡытта ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса йөрөйөм, – тип белдерҙе тыуған төйәге өсөн янып көйгән Рәшит Ғиндулла улы.

Рәшит Хөсәйенов ошо ауылда тыуып үҫә. Мәктәптә үк механизатор һөнәрен үҙләштерә, һәр яуаплы, көслө ир-егет кеүек, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй. Артабан егет Стәрлетамаҡ техникумында агроном белгеслегенә уҡый, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, уға һөнәре буйынса эш табылмай. Шуға туған колхозында механизатор ҙа, иҫәпсе лә, ферма мөдире лә булырға тура килә, ферма бөткәс, Өфө ҡалаһында һаҡсы була. Әлеге көндә ир шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә: һыйырҙар, үгеҙҙәр, һарыҡтар тота. Ҡатыны Рәмилә Мәҡсүм ҡыҙы Зубов инфекция дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ҡыҙҙары Лилиә кулинарлыҡҡа уҡыһа, Ильяс – хәрби музыкант. Ейәндәре Искәндәр бар. Хөсәйеновтар ғаиләһе йәштән генә тол ҡалған әсәһе Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы менән бергә татыулыҡта йәшәй.

Ошонда тыуып үҫкән ир ауылын бик ярата, уның проблемалары өсөн борсола, тирә-яғында йәйрәп ятҡан уңдырышлы ерҙәре һәм бесәнле туғайҙары менән ғорурлана. Уның һүҙҙәре буйынса, Ҡустығолда 50 йорт, буш өйҙәр ҙә бар. Эш менән ауырыраҡ, шуға күрә баш ҡалаға, Себер тарафтарына йөрөп аҡса эшләүселәр ҙә, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси ярҙамсыл хужалыҡ менән көн күреүселәр ҙә бар.

– Миңә мал тотоп йәшәүе бик оҡшай. Башҡалар ҙа малсылыҡ менән шөғөлләнһен ине. Тырышҡан кешегә йәшәргә була. Ауылыбыҙҙа йәшәү өсөн шарттар, тирә-яҡта таҙалыҡ һәм тәртип булыуын теләйем. Ауылдаштарыбыҙ берҙәм, татыу. Эште күтәреп сыҡһаң, ҡушылырға ғына торалар, – ти ул.

Дөйөм эш өсөн янып йәшәгән, проблемалары өсөн борсолоп, уны атҡарып сығарыу юлдарын эҙләгән старостанан ҡустығолдар ысын мәғәнәһендә уңа. Төрлө һорауҙар менән уға йыш шылтыраталар, мәҫәлән, газ баллонын килтереү, ҡышын юлдарҙы таҙартҡанда әҙ генә тотҡарлыҡ була ҡалһа ла, уға мөрәжәғәт итәләр, тәҡдимдәрен әйтәләр. Ул инде ауыл хакимиәте башлығына был мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген еткерә. Эйе, берҙәм булғас, донъяуи мәсьәләләр хәл ителә бара. Яҙын урам, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмәләр уҙғарыу, төҙөкләндереү, көтөүҙе ойоштороу булһынмы, барыһы ла старостанан башҡа уҙғарылмай.

Яуаплы, тынғыһыҙ, аралашыусан һәм кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алған ир ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел.

 

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

 

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас: