Һәр төбәкте унда йәшәүселәр күтәрә. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Ишембай районының Кинйәкәй ауылы спорт яратҡан, сәләмәт тормош алып барған ғаиләләре менән ғорурлана ала. Улар араһында хатта донъя, Европа чемпиондарын үҫтереүселәрҙең дә булыуы ауыл, район өсөн генә түгел, хатта республика, ил өсөн ғорурлыҡ.
Икеһе лә Кинйәкәйҙә тыуып үҫкән
Тамырҙары менән Кинйәкәйҙән булған һәм әлеге көндә лә ошо ауылда йәшәгән Рәмзилә менән Радик Ғөбәйҙуллиндарҙың һөнәри спорт менән шөғөлләнгән, бишалыш буйынса донъя чемпионы исемен яулаған ҡыҙҙары Гөлназ Ғөбәйҙуллина тураһында, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә. Ә бит балаларында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы менән Радик Ғиниәт улы үҙҙәренең миҫалы аша тәрбиәләй.
Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән. Бер мәктәпкә йөрөйҙәр, Радик Рәмзиләнән ике класҡа юғарыраҡ уҡый. Уларҙың бер-береһен оҡшатып, дуҫлашып алып китеүе лә мәктәп йылдарынан башлана. Әйткәндәй, икеһенең дә спортты үҙ итеүе, ошо уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары берләштерә. Рәмзиләгә йүгереү оҡшаһа, Радик саңғыла йөрөргә ярата. Егет мәктәптә уҡығанда уҡ йыш ҡына район кимәлендәге ярыштарҙа ла ҡатнаша. “Беҙ уҡыған осорҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу көслө булды. Егеттәр менән йыйылышып саңғы шыуырға сыға инек. Ошо мәктәп йылдары хәтерҙә күңелле осор булып ҡалған”, – тине Радик Ғиниәт улы. Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәс тә егеттең спортҡа дәрте һүрелмәй, киреһенсә, бында уға самбо, дзюдо менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре асыла.
– Студент саҡта Салауат менән Кинйәкәй араһын – 13 километрҙы йәйен ялан аша йүгереп, ҡышын саңғыла үтә инем. Хатта 40 градуслы һалҡындар ҙа ҡурҡытмай торғайны, – тип хәтер йомғағын систе Радик Ғиниәт улы.
Рәмзилә мәктәптән һуң уҡыуын Ишембайҙағы һөнәрселек училищеһында дауам итә, әммә спорт менән шөғөлләнеүен ташламай. Ул бында атыу менән ныҡлап шөғөлләнә. Егет кеше уҡыуын тамамлауға, йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Тәүге осор Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығын эш буйынса Уренгойға күсергәс, йәштәр тыуған яҡтарынан алыҫта төпләнә. Радик Ғиниәт улы – крансы, Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы бәйләүсе булып эшләй. Тәүге улдары Дамир ҙа Уренгойҙа донъяға килә. Унан ҡала, ғаилә ҡотон арттырып, икенсе улдары Илнур, ҡыҙҙары Гөлназ тыуа.
– Йәшәгән йортобоҙ эргәһендә – мәктәп, уның янында ғына бассейн булды. Балаларыбыҙҙың буш ваҡыты ҡалмаһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән спорт түңәрәгенә бирербеҙ, тип алдан уҡ уйлай торғайныҡ. Шуға тәүҙә – өлкәне, аҙаҡ уртансыһы йөҙөү менән шөғөлләнә башланы. Ә Гөлназ ҡыҙыбыҙ биш йәшендә үк бассейнға йөрөй башланы, – тип һөйләй Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы.
Балалары уңыштары менән ҡыуандыра
Ғөбәйҙуллиндарҙың балалары, бәләкәйҙән йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, ата-әсәһен, тренерҙарын тос һөҙөмтәләре менән даими ҡыуандыра. Шуға улдары Дамирҙың йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булыуы, Илнурҙарының Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат булыуы ла ғәжәп түгел.
Хәҙер инде улар, юғары уҡып йорттарын тамамлап, береһе адвокат-юрист булып хеҙмәт итә, икенсеһе үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Ә бына Гөлназ ҡыҙҙары спортта барыһын да уҙҙырып ебәрә. Балалары йөҙөү буйынса юғары ҡаҙаныштар күрһәтә башлағас, уға 10 йәштәр тирәһендә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн ғаилә Өфөгә күсеп ҡайта. Ә 13 йәшендә Гөлназ йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры булып китә.
Еңеү артынан еңеү яулай, тип әйтеүе генә еңел. Ә бит уларҙың һәр береһенең нигеҙендә әллә күпме көс, хеҙмәт ятыуын спортсы үҙе һәм яҡындары ғына яҡшы аңлай.
– Өфөлә йәшәгәндә Гөлназ иртәнге алтыла йөҙөүгә сығып китә ине. Мәктәпкә тиклем ул бассейнда булып өлгөрә. Унан мәктәптән ҡайта ла, бер аҙ ял итеп алғас, йәнә кискә тиклем күнекмәләрҙә. Ҡыҙыбыҙҙың буш ваҡыты булманы тиерлек. Шул арала дәресен дә әҙерләп өлгөрҙө, уҡыуын да матур алып барҙы. Әлбиттә, бына ошондай ваҡытта балаға ғаиләнең ярҙам итеүе, терәк булыуы бик мөһим. Күнекмәләргә йөрөтөргә, туҡланыу сифатын ныҡлы контролдә тотоу талап ителде. Шуға миңә эштән китеп, күберәк ғаилә мәшәҡәттәре менән булырға тура килде, – ти Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы.
Гөлназдың бишалыш менән шөғөлләнә башлауы иһә тағы ла ҙурыраҡ көс талап итә. Бында уға йөҙөүҙә генә түгел, йүгереүҙә, атыуҙа, фехтованиела, атта йөрөүҙә оҫталыҡты арттырырға кәрәк була. Ихтыяр көсө, ныҡышмаллығы, тырышлығы бында ла һынатмай Гөлназды. 2010 йылда уҡ Сингапурҙа үткәрелгән үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындарында бишалыш буйынса бронза миҙалға лайыҡ була. Төрлө илдәрҙә яулаған еңеүҙәрен дәлилләгән бихисап кубоктары, миҙалдарының бер өлөшө генә бөгөн ата-әсәһе йортоноң тотош стенаһын биләй. 2016 йылда Бразилияла уҙғарылған Олимпиадала йөҙөү буйынса рекорд ҡуйыуы ла яҡындары өсөн ҙур ғорурлыҡ була. Һуңынан Японияла үткәрелгән олимпиадала, алдағы һөҙөмтәһен үтеп, йәнә лә рекорд ҡуйыуға өлгәшә. Хәҙер инде Гөлназ – бишалыш буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
– Ярыштар ваҡытында телевизор ҡарай алмайбыҙ, үтә лә тулҡынландырғыс ваҡыт була ул беҙҙең өсөн. Йөрәкте уста тотоп, һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Аҙаҡ туғандар, таныштар, дуҫтар барыһы ла ҡотлап шылтырата башлаһа, шатлыҡ күңелдән артыла. Ҡыҙыбыҙҙың нәҫелебеҙҙе данлап, исемебеҙҙе юғары күтәреүе, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһон уята, – ти Ғөбәйҙуллиндар.
Донъя чемпионын үҫтергән ғаиләнең йәш ата-әсәйҙәргә теләк-кәңәштәре лә файҙаға булыр:
– Баланың буш ваҡыты ҡалмаһын өсөн уны спортҡа йәки башҡа бер түңәрәккә бирергә кәрәк. Уның күңелендә ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уята белеү ҙә мөһим. Ул яратып, күңел һалып йөрөгәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Еңеү тиҙ генә яуланмай, килеп сыҡмаған икән, балағыҙҙың күңеле төшкән мәлендә уны уңышҡа дәртләндерергә тырышығыҙ. Спорт менән шөғөлләнеүҙең ыңғай яҡтары бик күп. Ул кешене тәрбиәләй, көслө итә, үҙ-үҙҙәренә ышаныслы булалар. Спортсылар улар бөтөнләй икенсе төрлө уйлай, – тигән кәңәштәрен еткерҙе чемпиондың ата-әсәһе.
Балаларының уңыштарына ғына һөйөнөп ултырмай Рәмзилә менән Радик Ғөбәйҙуллиндар. Бынан бер нисә йыл элек тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнеп, ауыл тормошоноң бөтә тәмен татып, матурлығын тойоп донъя көтәләр. Ҡош-ҡорт, баҡса ғына түгел, һәр ваҡыттағыса спортҡа ла ваҡыт табалар. Ҡышын саңғыла сығып китһәләр, йәйен йүгерәләр йәки велосипедта йөрөйҙәр.
Балаларының күмәкләшеп ҡайтып төшөүе – үҙе бер ҡыуаныслы мәл. “Ауылға ҡайтҡанында Гөлназ йүгерергә сыҡһа, атаһы велосипедта ла уны ҡыуып тота алмай”, – тип йылмая әсәй кеше.
– Гөлназ бәләкәйҙән көслө ихтыярлы, ныҡышмал булыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Уренгойҙа йәшәгәндә балалар йөҙөүгә генә йөрөмәне, уларҙы саңғы шыуырға ла йыш алып сыға инем. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Гөлназға һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр, моғайын. Ул быймалы саңғы кейеп, Илнур менән мин ботинкалы саңғыла йөрөргә сыҡтыҡ. “Кем тиҙерәк арыр икән, ярышып ҡарайыҡ әле”, тигәйнем шул саҡ.
Быймалы саңғыла булһа ла, Гөлназдың тиҙлеге шәп, ағаһынан ҡалышырға тырышмай. Үҙебеҙ арығас, Гөлназды ла туҡтатып ҡуйҙым. “Маладис, ҡыҙым, һин үҫкәс, Олимпиадаларҙа еңеү яуларһың әле, тигәйнем, һүҙем дөрөҫкә сыҡты”, – ти Радик Ғиниәт улы.
Йәш ата-әсәләргә кәңәштәре бар
Баланың ваҡытын бәләкәйҙән дөрөҫ ойоштора белеү, түңәрәккә биреп уға йүнәлеш күрһәтеү, кәрәк саҡта дәртләндереү, уңыштарын хуплау – ҙур еңеүҙәр нигеҙендә ошолар ята. Ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың, спорт буйынса китмәгән хәлдә лә, маҡсатына ынтылыусан булып үҫеүе ҡиммәт. Өҫтәүенә, атай-әсәй гел эргәлә булмай, ә бала саҡтан һалынған сифаттар ғүмер буйы кешене оҙата килә, һынауҙарға һынмаҫҡа, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ юлыңды табырға ярҙам итә.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.