Көндөҙ иретеп, кистәрен туңдырып торғанлыҡтан, аяҡ аҫты йөрөгөһөҙ булып боҙлауыҡҡа әйләнде. Былай ҙа саҡ йөрөгән оло кешеләргә оло михнәт был миҙгелдә. Әле бына дарыуханаға тип сыҡҡан инәй ҙә йығылып, тора алмай ҙа ҡуя. Баҡтиһәң, ул ныҡ ҡына имгәнгән, таз һөйәге һынған була. Ярай ҙа эргәһенән үтеп барған ир битараф ҡына уҙып китмәй. Инәйҙең баш аҫтына ҡатырға киҫәген табып һала, курткаһын сисеп түшәй. Ашығыс ярҙам машинаһын саҡыра, тегеләре оҙаҡлағас, бер нисә тапҡыр шылтырата. Ахырҙа уҙып барған ашығыс ярҙам машинаһының алдына сыға ул. Эстә ултырған табиптар тәүҙә ниндәй машина тәғәйенләнгәнен белешәләр, әммә шулай ҙа инәйҙе носилкаға һалып дауаханаға алып китә улар. Шулай итеп, мәрхәмәтәле кеше осрап, инәйҙең ғүмере һаҡланып ҡала.
Урамда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото ufa rabota 1.