Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 10:00

Илсурға өй төҙөргә ярҙамлашалар

Тәмле итеп майикмәк һәм ҡоймаҡ ашаған, дәртле итеп бейегән видеороликтары менән билдәле ир-егеткә сибайҙар ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Илсурға өй төҙөргә ярҙамлашалар
Илсурға өй төҙөргә ярҙамлашалар

31 мартта "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Сибай город/Подслушано" төркөмө Баймаҡ районының Темәс ауылынан үҙенең ҡыҙыҡлы видеороликтары менән билдәле булып киткән Илсур Ильясов тураһында яҙып сыҡҡайны. Шул уҡ көндө Баймаҡ телевидениеһы ла уның хаҡында репортаж төшөрөп донъяға сығарҙы. Кисә иһә Сибай ҡалаһы халҡының был тырыш иргә ярҙам итеүе тураһындағы хәбәр барлыҡҡа килде. Илсурҙың миһырбанлы яҡташтарына рәхмәт әйткән видеояҙмаһын да һалғандар.

Билдәле булыуынса, дүрт йәшендә әсәйһеҙ ҡалып, өләсәй-олатайы тәрбиәһендә үҫкән егеттең бер нисә йыл элек өйө янып китеп, урамда ҡалған. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, Илсур бүлеп түләү шарты менән бура ала, ҡул аҫтындағы йә ташлап ҡуйылған иҫке материалдарҙан яңынан йорт һала башлай. Ауыл халҡына утын ярып аҡса эшләй йә пилорамда ярҙамлаша – йүнселдәр уға таҡта-бүрәнә, таш менән ярҙам итә. Ҡатыны Гөлназдың туғандары ла гел килеп булышып китә. Үҙе әйтеүенсә, торлағын тиҙерәк төҙөп бөтөп, кәләше менән күсеп сығырға, улын килтерергә хыяллана.

Күршеләре Илсур тураһында тик яҡшы фекерҙә. Тырыш, яуаплы ир үҙе лә уларға сикһеҙ рәхмәт уҡый, хужалыҡта ярҙамлашырға ынтылып тора. Былтыр Баймаҡ эшҡыуары Руслан Ишбулатов та Темәскә барып, Илсурға ярҙамын тәҡдим итеп киткәйне. Әле бына шундай алсаҡ, ихлас, оптимист ир-егеткә Сибайҙан иретеп йәбештереүсе Илшат, йөк ташыусы Илнур һәм башҡа миһырбанлы кешеләр кирбес, ишек-тәҙрәләр, мунсаға тимер мейес бүләк итеп алып барған.

Халыҡ изге Рамаҙан айында 2-се төркөм инвалидына күрһәткән хәйриә ярҙамы өсөн оло йөрәкле Сибай йүнселдәренә рәхмәт белдереп күп комментарийҙар ҡалдырған.

Фото: видеонан скриншот.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: