Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 12:00

Музей теләктәшлек күрһәтә

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек күрһәтеү акцияһына ҡушыла.

Музей теләктәшлек күрһәтәМузей теләктәшлек күрһәтә
Музей теләктәшлек күрһәтә

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек күрһәтеү акцияһына ҡушыла. Уға ярашлы, мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәрәнең биналары стеналарына баннерҙар элә. Иғтибарығыҙға Республиканың Хәрби Дан музейын күрһәтәбеҙ.

Музей директоры Илшат Үтәйев бының буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Рәсәй Армияһына ярҙам итеү һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Украиналағы махсус хәрби операция үткәреү ҡарарын, офицерҙар һәм һалдаттарға, шулай уҡ Донбасс халҡына ярҙам итеү йөҙөнән беҙҙең музей тематик баннер булдырҙы. Ул тарихи музейҙы, нацизм менән көрәштәге Бөйөк Еңеү хәтерен һәм Рәсәйгә тоғролоҡ, батырлыҡ һәм дан символына әүерелгән Георгий таҫмаһын берләштерә.

Башҡортостан Мәҙәниәт Министрлығының Республика Хәрби Дан музейы Башҡортостан халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу тарихын, илебеҙҙең хәрби тарихының иҫтәлекле ваҡиғалары тураһында мәғлүмәтте һаҡлай. Музейҙа 1943 йылда Донбассты азат итеүҙә ҡатнашҡан, генерал-майор М.Шайморатов етәкселек иткән легендар 112-се башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһына бағышланған экспозиция бар.

Музей исеме яҙылған баннерҙа Z хәрефе символик рәүештә Рәсәй һалдаттарының батырлығы өсөн ғорурлыҡ билдәһе һәм йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлек символы булараҡ айырып алынған, – тине ул.

Фото: Хәрби Дан музейы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас