Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 09:50

Һөнәре – етмеш, донъяһы – етеш!

Ысын бәхетте тыуған ерендә тапҡандар.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ғафури районының Имәндәш яҡтарында командировкала булғанда ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловҡа урындағы уңғандар тураһында гәзиткә яҙырға теләүебеҙ хаҡында белгерткәйнек, ул, оҙаҡ уйлап тормай, Ташаҫты ауылынан Рәлиф Зәйнешевте атаны. “Был егет бигерәк уңған, тырыш, таһыллыҡ менән донъя көтә, хатта төнөн дә йоҡламай эшләй ул: ағас эше менән булыша, күпләп мал аҫрай, әллә нисәмә баш аты бар, ял итергә килгән туристар өсөн өй төҙөп, аттарҙа йөрөтөп, туристик эшмәкәрлек тә алып бара, ғөмүмән, һәр эшкә маһир егет”, – тип маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы.

 

Йорто әллә ҡайҙан күренеп тора!

 

Беҙ хозур тәбиғәтле, Уҡлыҡаяға һыйынып ҡына ултырған Ташаҫты ауылында Зәйнешевтәр йәшәгән йорт янына килеп туҡтауға, ихатала тракторҙан ағас бушатып йөрөүсе­ләрҙе күреп, улар янына ыңғай­ланыҡ. Трактор арбаһынан ағас­тарҙы этәреп төшөрөп торған егеттәрҙең береһе беҙгә күптәнге таныштарын күргәндәй, ихлас йылмая. Икенсеһе аҫта ағастарҙы ҡабул итеп тора. Ҡайһыныһы Рәлиф атлы егет булыуын белешкәйнек, аҫта йөрөгәне телгә бөткән булып сыҡты, шундуҡ үҙҙәре менән таныштырып та өлгөрҙө. “Ана, ағас бушатыусы тап үҙе инде”, – тине. Ә үҙе Иҫке Тайыш ауылынан Илһам Һабанғолов була икән, Рәлифкә ярҙамға килгән. “Рәлиф ағай ныҡ тырыш кеше ул: бураһын да бурай, пилорамаһында таҡта ла ярҙыра, үҙ техникаһында бесәнен дә саба, беҙҙе бесән менән тәьмин итеүсе лә ул, белмәгәнде өйрәтә, аҡыллы, фәһемле кәңәштәрен бирә, уға бик рәхмәтлебеҙ”, – ти Илһам. Ағас (диләнкә киҫеү), өй һалыу эшен яңғыҙ башҡарып булмай шул, шуға уға бер туған энеһе Альберт Зәйнешев, Иҫке Тайыштан Радик менән Рәлиф Сөләймәновтар бергәләшә.

Ысынлап та, биләмә башлығы маҡтаған Рәлиф Хәниф улының йүнсел, оҫта ҡуллы булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп инандыҡ. Йорт-ихата төҙөк, ике ҡатлы йорт тышҡы яҡтан оҫта ҡулдар тарафынан заманса материалдар менән көпләнгән, ихата тулы мал-тыуар (биш баш һыйыр, башмаҡтар, 13 баш йылҡы малы ялан кәртәлә тора. – Авт.), уларҙы ҡышлатып сығарыу өсөн тау-тау бесән өйөмдәре, “МТЗ-82”, “МТЗ-80” тракторҙары, бесән әҙерләү техникаһы, пилорама бар. Ихата менән танышып бөткәс, йорт хужаһы беҙҙе өйгә саҡырҙы. Ике ҡатлы, мейес яғып йылытылған ҙур, иркен, күркәм, бөхтә, зауыҡ менән биҙәлгән ауыл йортонда йәшәй ғаилә. Уны 2003 йылда атай-инәйҙәре һәм туғандары ярҙамы менән һалып сыҡҡандар. Өйгә бәхет өҫтөнә шатлыҡ, нур өҫтәп бер йәштәр тирәһендәге сабый йүгереп йөрөй: “Балаларҙың шат тауыштары яңғырап торған йорт – бәхетле йорт” тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Уңарсы булмай, хужабикә лә күренде, ихласлап, әйҙүкләп түргә саҡырҙы. Өйҙә иһә ғаилә ағзалары менән дә яҡындан танышыу форсаты тейҙе.

Ишле ғаиләнең тормошо көйлө

 

Рәлиф Юрмаш ауылы һылыуы Венера Әхәт ҡыҙы менән өйләне­шеп, ситкә сығып китеүҙе хуп күр­мәй, ауылда төпләнеп, 18 йыл инде матур итеп донъя көтәләр. Ул – иренең терәк-таянысы. Егәрле ҡа­тын биш һыйыр һауа. Йәй көнө һөтөн, эремсеген, ҡаймағын һәм баш­ҡа экологик йәһәттән таҙа, үтемле аҡты килгән-киткән турис­тарға һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра. Зәйнешевтәр шифалы ҡорт балы менән ғаиләһен тәьмин итә – 25 баш умарталары бар. Ит тә үҙҙәренеке. Артҡанын шулай уҡ һатып аҡсаға әйләндерәләр. Татлы ризыҡтарының тәмен белеп ҡалған­дар алдан уҡ заказ биреп ҡуя, хәҙер үҙ клиенттары барлыҡҡа килгән.

Зәйнешевтәрҙең балалары ла ишле. Иң өлкәне – улдары Рушан 9-сы кластан һуң Ишембай нефть колледжына уҡырға ингән, шунда белем ала. Имәндәш мәктәбенә йөрөп 7-се класта уҡыған ҡыҙҙары Эльвина менән 3-сөлә белем алған улдары Айназ – атай-инәһенә ярҙамсы һәм терәк. “Оя төбө” булған кескәй Иҙелгә – 1,1 йәш. Ғаилә башлығы улдарының өлкәндәренә йорт һалыу мәшәҡәте менән мәшғүл, береһенә өйөн дә, мунсаһын да төҙөп ултыртҡан, ә икенсеһенең йортоноң башын былтыр көҙ ябып ҡуйғандар, быйыл йәйгә эшен тамамларға иҫәбе. Булдыҡлы, алға ҡарап эш иткән Зәйнешевтәр улдары үҙ тормоштары менән йәшәй башлағансы тип йортто буш тотмаҫ өсөн туристар өсөн ял базаһы ойошторғандар. Ял итергә килеүселәргә атта һыбай йөрөү маршруттары (Аҡташ тауына) булдырылған. Рәлиф оҫталыҡҡа атаһы Хәниф Әхмәтғәле улынан өйрәнһә, улдары ла атайҙарынан ҡалышмай. Һөнәре буйынса ветеринар булһа ла, водитель, тракторсы һөнәрен үҙ иткән ул. “Атайҙан күргән уҡ юнған”, тигәндәй, “Айназ улыма 9 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙем кеүек техника йәнле, тракторҙы ла йөрөтә белә, бесәнен дә саба, ағас эшенә лә әүәҫ”, – ти атай кеше, улы менән ғорурланып. Бына ошондай үҙ көсөнә ныҡлы ышанған, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта тыныс холоҡло, артығын һөйләмәҫ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән егет бөгөн ауылдаштары араһында аҫыл ир булараҡ танылған.

Зәйнешевтәрҙең тормош рәүешен, эш тип янып торғанын күргәндән һуң, уңыш уңғандарға йылмая, тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы ла бер инанаһың. Эйе, эш яратҡандар ауылда ла бынамын тигән итеп, етеш йәшәй. Әлегә барыһын да үҙҙәренең хәләл көсө менән булдырһалар, киләсәккә пландары – үҙ эштәрен асып, дәүләттән ярҙам алып, йылҡыларын ишәйтеп, агротуризмды үҫтереү.

Кеше ысын бәхетте үҙ тыуған ерендә генә таба ала, тип әйтеүҙәре хаҡтыр. Рәлифтең дәртләнеп донъя көтөүе һиҙелә, бәхете йөҙөнә сыҡҡан. Йәнтөйәгенән айырылмай йәшәүҙең оло бәхет икәнен аңлаған был егет бына шулай атай-олатайҙарының ырыҫлы ерендә нигеҙ ҡороп, нәҫел арттырып, яратҡан, һөйөклө кәләше һәм ҡыҙы, Зәйнешевтәр нәҫелен дауам итеүсе өс улы менән матур итеп, ауылдаштарына өлгө булып йәшәй.

 

Индира ИШКИНА.

 

Ғафури районы.

Читайте нас: