Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән оператив кәңәшмәләге һөйләшеү башлыса яҙҙың мөһим эштәренә ҡағылды – төҙөкләндереү, урамдарҙы бысраҡтан таҙартыу, ағас ултыртыу, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау, ташҡын, сәсеүгә әҙерлек.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне көнүҙәк проблема менән башланы. Ул Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә аҡсаны ошо аҙнанан түләй башларға ҡушты.
– Беҙ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә икешәр миллион һум бүлергә һөйләштек. Бюджетта аҡса бар. Республика хәрби комиссариатынан был аҙнала уҡ түләүҙәрҙең күсерелә башлауын белешәм, – тине ул.
Радий Хәбиров шулай уҡ республика парламентына “Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам сараһы тураһында”ғы закондың оператив ҡабул ителеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Документты 30 мартта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.
Ғәҙәт буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында төрлө тармаҡтар буйынса етештереү индексы мәғлүмәттәре менән таныштыра. Был юлы ауыл хужалығы тауарҙары тураһында әйтте.
– Быйылғы йылдың ике айында ауыл хужалығы етештереү индексы 99,4 процент тәшкил иткән. Минең уйлауымса, сәсеү тамамланғас, хәлдәр төҙәлеп китер. Әле иң мөһиме – яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы үткәреү. Беҙҙә бының өсөн бөтә шарттар бар, – тине Радий Фәрит улы.
Алдан күп тапҡырҙар билдәләнеүенсә, быйыл ауыл хужалығы тармағына ҙур өмөттәр бағлана. Әлеге ваҡытта республиканың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре яҙғы сәсеү эштәренә төшөргә әҙерләнә.
Һуңғы көндәрҙә ҡапыл йылытты, һәм ныҡлап ҡар ирей башланы. Ҡар менән бергә бысраҡ та сыға. Радий Хәбиров 1 майға тиклем муниципалитеттар башлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡала һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартып бөтөргә ҡушты.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл яҙҙың һуң килеүе эште тиҙерәк үтәүҙе тотҡарлай, әммә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яйлап эш башланған.
Алан Марзаев тағы бер матур яңылыҡ менән уртаҡлашты. 2021 йылда ҡала мөхите сифаты индексын иҫәпләү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың 14 ҡалаһы уңайлы мөхитле ҡалалар иҫәбенә ингән (туғыҙ ҡала планлаштырылған). Өфө уңайлы ҡала мөхите булған Рәсәй ҡалалары рейтингында алтынсы урынды биләй, 2020 йылда туғыҙынсы урында булған. Бынан тыш, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында аварияларҙы һәм инциденттарҙы бөтөрөүгә мониторинг һәм контроль системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында аварияларҙың сағыштырма иң түбән күрһәткескә эйә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, үрҙә әйтелгән рейтингты Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы төҙөй. Ул төҙөкләндереү өлкәһендә Нефтекаманың, Салауаттың һәм Учалының юғары ҡеүәтен билдәләне, Күмертау һәм Белоретҡа проблемаларҙы хәл итеүгә иғтибар бирергә ҡушты.
Бынан тыш, республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау барышы менән таныштырҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары етәкселәре ағас ултыртыу эштәренә әҙерлек тураһында һөйләне.
Быйыл яҙ һуңланы. Әммә көндәрҙең ҡапыл йылытыуы ташҡын хәүефен арттырҙы. Башҡортостанда барлыҡ хеҙмәттәр яҙғы ташҡынға әҙер. Ағымдағы хәлдәр тураһында республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.
– Дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашыу ерҙә боҙ ҡарайтылды, кәрәк урындарҙа киҫелде, Өршәк йылғаһы шартлатылды. Бөгөн һәм иртәгә Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында шартлатыу эштәре башҡарыла. Ташҡын хәүефе булған йылғаларҙа ун яңы гидропост ҡуйыу тамамланды. Республикала йәшәүселәр өсөн гидропостарҙан мәғлүмәт – Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында, – тине ул.
Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, үткән аҙнала 112 системаһына 48 меңдән ашыу шылтыратыу булған, улар араһында йорт яны биләмәләрен һәм юл участкаларын ҡар һыуҙары баҫыуы тураһында 110 хәбәр алынған.
– Был мөрәжәғәтәтәр буйынса эштәр башҡарыла, һыу үткәргес торбалар һәм ирегән һыу таҙартыла, – тине ул.
Оператив кәңәшмәлә коронавирус буйынса хәлдәр ҙә тикшерелде. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 499 кешегә коронавирус инфекцияһы йоҡҡан. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Дөйөм алғанда, был диагноз пандемия башланғаны бирле 278 мең кешегә ҡуйылған. Әлеге ваҡытта 71 кеше дауаханаларҙа ята, уларҙың туғыҙының хәле ауыр тип баһалана. 2809 кеше сир менән өйҙәрендә көрәшә. 269 728 кеше был сирҙе еңгән, уларҙың 480-е һуңғы тәүлектә. Ковид-госпиталдәрҙә 790 урын бар, уларҙың 33,2 проценты биләнгән.
Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, вакцинация дауам итә. 2409408 кеше уның икенсе компонентын һалдырған, бер тәүлектә – 618 кеше.
Башҡортостанда пандемия менән хәлдәр тотороҡланғас, диспансерлаштырыу башланды. Йыл башынан алып уны 158 мең кеше үткән. Дөйөм алғанда, йыл дауамында 1 миллион 31 мең кешене тикшерергә йыйыналар.
– Коронавирус менән ауырыған кешеләргә тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу ҡаралған, уны 28545 кеше үтте. Был – пландың һигеҙ проценты, – тине ул.
Шулай уҡ министр вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, 18 апрелдән республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлана. Юғары категориялы табиптар алты маршрут буйынса республика райондары буйлап юлланасаҡ.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына табиптарҙы ҡаршы алырға һәм алыҫтағы ауылдарҙан кешеләрҙе килтереүҙе ойошторорға ҡушты.
Хәҙер Хөкүмәттең оператив кәңәшмәләрендә аҙна һайын “Инцидент менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр тикшерелә башланы. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, быйылғы йылдың беренсе кварталында мөрәжәғәттәр һаны былтырғы йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан. Әгәр былтыр ғинуарҙан 1 апрелгә тиклем 15260 мөрәжәғәт теркәлһә, быйыл был һандар 44213-кә еткән. Ә 2018 йылдың ноябренән алып “Инцидент-менеджмент” системаһына 485537 ялыу килгән.
Халыҡты иң борсоған проблемалар араһында беренсе урынды юлдар биләй. Шул уҡ ваҡытта иң күп һорауҙар юлдарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыуға бәйле. Бынан тыш юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм төҙөкләндереү ҙә мөһим урында. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм өсөнсө урында – төҙөкләндереү.
Башҡортостанда 365 белем усағы “Мәктәп системаһын яңыртыу” федераль программаһы буйынса ремонтланасаҡ, ғариза бирелгән объекттар һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Министр әйтеүенсә, 2022-2023 йылдарҙа 96 мәктәптең 103 бинаһы ремонтланасаҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2022 йылға 2,94 миллиард һум бүленгән һәм 1,143 миллиард һум 2023 йылда эштәрҙе берлектә финанслауға бүленәсәк.
Министрлыҡ был программала артабанғы йылдарҙа ла әүҙем ҡатнашырға ниәтләй. Айбулат Хажин белдереүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы быйыл августан 2024 йылда капиталь ремонт өсөн мәктәптәр һайлай башларға ниәтләй. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында конкуренцияның юғары булыуы көтөлә. Республикала 20 апрелгә тиклем 2024-2026 йылдарға капиталь ремонт талап ителгән объекттарҙы индереү буйынса эш уҙғарыла.
Ул ҡала һәм район хакимиәттәренә был мәсьәләлә бик иғтибарлы булырға саҡырҙы. Ремонт һөҙөмтәләре буйынса улар бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән яңыртылған мәктәп бинаһын аласаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.