Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2022, 10:30

"Ҡара ҡаҙыусылар"ға ҡаршы көрәш дауам итә

Азат Бадранов ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 

"Ҡара ҡаҙыусылар"ға ҡаршы көрәш дауам итә
"Ҡара ҡаҙыусылар"ға ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырҙы.

"Бер нисә аҙна элек республика Башлығында үткән оператив кәңәшмәлә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге хаҡында докладымда Баймаҡ районындағы хәл хаҡында һөйләгәйнем. Унда ер аҫтын файҙаланыусылар урындағы халыҡ менән бәйләнеш ҡора алмай. Һорау күп осраҡта ер аҫтын файҙаланыусыларҙың боҙолған абруйы тураһында, сөнки халыҡ уларға башҡаса ышанмай.

Шуға күрә комиссия эшмәкәрлеге сиктәрендә бер нисә осрашыу һәм консультация үткәрелде. Башта “Алтын Юл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәренә беҙ компромисслы ҡарар тәҡдим иттек – улар Оло Басай ауылы эргәһендәге участканан баш тарта, ә беҙ уларға тораҡ пункттарҙан алыҫта альтернатив участка алыуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ. Әммә компания был тәҡдимдән баш тартты.

Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән хәлде тикшерҙек, ул урындағы халыҡтың һәм район хакимиәтенең ҡәтғи ҡарашын аңлатты. Ошоға бәйле Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә беҙ урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙың киләһе хоҡуҡи механизмдарын таптыҡ.

Беренсенән, “Алтын Юл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лицензияһы геологик эҙләнеүгә һәм 2023 йылға тиклем генә бирелгән. Икенсенән, компания ер участкаларын ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөмәгән. Өсөнсөнән, “Алтын Юл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер участкаларына дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрмәгән.

Шулай итеп, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге сиктәрендә түбәндәге ҡарарҙарҙы ҡабул иттек:

- Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы “Алтын Юл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте адресына ер участкаларына дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Тимәк, алдағы бер нисә айҙа улар бер ниндәй ҙә эш башлай алмай.

- Аренда килешеүҙәре булмағас, был ерҙәрҙе урындағы халыҡҡа бесән сабыуға бирергә бер ни ҙә ҡамасауламай. Тейешле эште Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә Ер һәм мөлкәт министрлығы башлаған да инде. Был эштең нескәлектәре тураһында район башлығы айырым һәм ентекле итеп һөйләр, тип уйлайым. Шуныһы, был урындарҙы эшкәртеү хаҡында һүҙ булыуы мөмкин түгел.

Шуның менән бергә, Баймаҡ районы өсөн алтын табыу өлкәһендә “ҡара ҡаҙыусылар” мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Улар, шул иҫәптән урындағы халыҡ мөхитенән дә, кустарь һәм вәхшиҙәрсә алтын сығарыу менән шөғөлләнәләр. Уларҙың рекультивация ла үткәрмәүе, һалым да түләмәүе хаҡында һөйләргә лә кәрәкмәй. Шуға күрә ведомство-ара комиссия сиктәрендә эш төркөмө булдырасаҡбыҙ, ул ябыҡ режимда был кире социаль-иҡтисади күренешкә ҡаршы көрәш сараларын әҙерләйәсәк.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: