Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2022, 22:00

Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы

“Роскомнадзор” вәкилдәре менән журналистар осрашыуында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? 

Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы
Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы

Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы башланғысы менән киң мәғлүмәт сараларының “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре менән һанлы медиамәктәбенә ярашлы осрашыуы үтте.

Унда “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Александр Секнин, субъекттарҙың персональ мәғлүмәттәрен яҡлау буйынса бүлек начальнигы Илдар Сәлихов, киң мәғлүмәт коммуникациялары өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы Рәфисә Шәйхисламова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Ольга Красноногая ҡатнашты.

Осрашыуҙа киң мәғлүмәт сараларының материалдарҙы әҙерләүҙә, урынлаштырыуҙа, шулай уҡ пабликтарҙа, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Журналистар эшмәкәрлектәрендә йыш осраған, атап әйткәндә, киң мәғлүмәт саралары продукцияһының мотлаҡ даналарын илтеүгә, гәзиттә, телетапшырыуҙарҙа йәш маркировкаһын билдәләүгә, журналист материалдарын таратыуға ҡағылған һорауҙарға яуап алды. “Роскомнадзор” вәкилдәре айырыуса киң мәғлүмәт иркенән самаһыҙ файҙаланыуға юл ҡуймауға иғтибар йүнәлтте.  

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в