

Күптәр ашығыс медицина ярҙамы менән тиҙ ярҙамдың айырмаһын аңламайҙар икән. Улар бер-береһенән нимәһе менән айырыла, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хеҙмәттәштәр халыҡтың мөрәжәғәттәренә нисек яуап бирәләр – ошо һәм башҡа һорауҙарға “Сәләм” тапшырыуында ведомствоның рәсми вәкиле Таһир Ғиззәтуллин менән бергә яуап эҙләнек.
???? Тиҙ ярҙам:
Ирекле махсус медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы 20 минут эсендә килеп етә.
???? Уларҙы кеше ғүмеренә хафа янаған ҡапыл барлыҡҡа килгән ҡырҡыу ауырыуҙар, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшкән осраҡтарында саҡырталар.
???? Ашығыс ярҙам.
⏱ Ашығыс ярҙамдың килеп етеү ваҡыты ике сәғәткә тиклем.
???? Ул йорттарға килә һәм ауырыуҙы госпитализацияламай, авариялар һәм юл-транспорт ваҡиғаларына бармай.
✍???? БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы хеҙмәттәштәргә социаль селтәрҙәрҙә күп мөрәжәғәт итәләр. Ведомствола ошо йүнәлештә бихисап кеше эшләй, сөнки һорауҙар иң мөһим булған һаулыҡ мәсьәләһенә, ә ҡайһы осраҡта кеше ғүмерҙәренә лә ҡағыла. Һәр мөрәжәғәткә иғтибар менән ҡарайҙар.
???? Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған ҡатмарлы һорауҙарҙы һәр шишәмбе 15.00 сәғәттә брифинг барышында тикшерәбеҙ.
Брифинг яҙмаһын ошо һылтанма аша инеп ҡарағыҙ: https://www.youtube.com/watch?v=lWAVy43sSLs
???? Йәнә бер медицина темаһы. Кисә БСТ каналында “Башҡортостан: ковид хроникаһы 2.0” фильмының премьераһы үтте. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхси инициативаһы менән төшөрөлә. Был фильм күп ведомстволарҙы, шул иҫәптән, Республикаға идара итеү үҙәгенең уртаҡ эше. Фильм яңы шарттарҙың беҙҙең тормошто нисек үҙгәртеүе, берҙәм булыуыбыҙ арҡаһында ғына уны еңеп сығыуыбыҙ һәм артабан үҫешеүебеҙ тураһында.
#ЦУРБашкортостана #Салям