

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында билдәле сәйәсмән Владимир Жириновский хаҡындағы хәтирәләр менән бүлеште.
"Владимир Вольфович Жириновский вафат – Рәсәй парламентаризмын төҙөгән ихлас һәм харизмалы шәхес. Был тотош ил өсөн оло юғалтыу.
Владимир Жириновский беҙҙең дәүләтте ысын күңелдән яратты, уның оппоненттарына ҡаршы компромиссһыҙ булды. Ул ҡаты һәм ихтыярлы сәйәсмән ине, әммә шәхси аралашҡанда унан да итәғәтле кешене осратҡаным булманы.
Беҙҙең барыбыҙға ла ул бик ныҡ етмәйәсәк. Бигерәк тә әлеге ваҡытта. Владимир Вольфовичтың яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
P.S. Ошо картинаны бүләк иткәс, был һүрәт уның иҫ китерлек аҡыл-зиһене менән ассоциацияланыуы тураһында әйткәнен яҡшы хәтерләйем. Был, ысынлап та, шулай", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.