ЛДПР партияһы лидеры Владимир Жириновский ауыр һәм оҙайлы сирҙән һуң вафат булған: был хаҡта рәсми сығанаҡтар хәбәр итә.
Атап әйткәндә, тәүгеләрҙән булып ҡайғылы хәбәрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин шәхси телеграм-каналында яҙған.
«Сағыу, талантлы сәйәсмән. Донъя нисек ҡоролғанын тәрәндән аңлаған, күп нәмәне алдан күрә белгән кеше. Ул һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны. Уның шәхесе шундай киң ҡоласлы – беҙ унһыҙ заман Рәсәйенең сәйәси системаһы үҫеше тарихын күҙаллай алмайбыҙ. Уның эшмәкәрлегенә төп баһа – һайлаусыларының күп булыуы. Был барыбыҙ өсөн дә - оло юғалтыу”, — тип яҙа Володин.
ЛДПР лидеры вафаты тураһында ул Дәүләт Думаһы ултырышында ла иғлан иткән.
Фото: ria.ru