Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2022, 16:45

Яҙғы авитаминоз йонсотһа

Кәйефегеҙ төшөп, йыш ҡына йоҡо туймай арып, талсығып  йөрөһәгеҙ, сәбәбен табиптар витаминдар етмәүҙән,  ти. Ябай ғына халыҡ дауалары ярҙамға килер был ваҡытта.

Яҙғы авитаминоз йонсотһа
Яҙғы авитаминоз йонсотһа

Яҙын организмға витаминдар һәм микроэлементтар етмәй. Был йыш ҡына кәйеф төшөүгә, йоҡо туймауға, тиҙ генә талсығыуға килтерә. Шулай уҡ тире торошона, сәс һәм тырнаҡтарға кире йоғонто яһай. Миҙгелле авитаминоздан ябай ғына халыҡ медицинаһы ярҙамға килер.

-150 грамм тирәһе ҡырғыстан үткәрелгән алманы, ярты әфлисундың һутын, ике сәй ҡалағы балды, ун дана грек сәтләүеген ваҡлап, бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа ике-өс ҡалаҡ туғылған һөт өҫтөн өҫтәп ашайбыҙ. Был порция бер кешегә иҫәпләнгән, шуға ла бер ултырыуҙа ашап ҡуябыҙ.

- Лимонды ҡайнар һыуға тығып алып, ҡабығы менән ит турағыстан йә терка аша үткәрәбеҙ. Артабан уға бер-ике ҡалаҡ бал һәм шул уҡ миҡдарҙа аҡ май һалып болғатабыҙ. Сәй эскәндә ҡушып эсәбеҙ.

- Бер аш ҡалағы балан емешен ике сәғәт тирәһе төнәтеп, ярты стаканлап көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк. Был витаминлы сәй иммунитетты яҡшы күтәрә,сөнки балан С, А һәм Е витаминдарына бик бай.

- Авитаминоз ваҡытында үҙең һыҡтырған йәшелсә һуттары ярҙамға килер. Мәҫәлән, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, петрушка һуттарын бер-береһе менән ҡатнаштырып эсеү ҙә файҙаға.

- Витамин етмәүҙе булдырмау өсөн аҙыҡты төрләндереп ашау фарыз. Күберәк йәшелсәгә, төрлө ярмаларға өҫтөнлөк биреү мөһим.

- Йышыраҡ ҡаймаҡ йәки май ҡушып, кишерҙән, кәбеҫтәнән турамалар эшләп ашағыҙ. Беҙ күпселек көнбағыш майына өйрәнгәнбеҙ. Ә бит кибет кәштәләрендә зәйтүн, соя, кукуруз майҙары ла тулып ултыра. Улар ҙа витаминдарға бай, шуға ла бергә ҡатнаштырып ҡулланыу бигерәк һөҙөмтәле.

- Авитаминоз булмаһын өсөн йышыраҡ балыҡҡа өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ, бигерәк тә диңгеҙҙекенә. Шулай итеп, ашаған аштарыбыҙ шифа булһын, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в