Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 16:15

Йылытыу миҙгеле дауам итә

2021 йылда йылытыу мәсьәләләренә ҡағылған 2703 мөрәжәғәт теркәлһә, былтыр 863-кә аҙыраҡ

Йылытыу миҙгеле дауам итә
Йылытыу миҙгеле дауам итә

❄Былтыр йылылыҡ мәсьәләһе беҙҙе ныҡ борсоғайны. Йә һыуыҡ, йә эҫе, юғары, дөрөҫ һаналмаған иҫәптәр – халыҡтан мөрәжәғәттәр күп булды.

2021/2022  йылдарҙа Өфөлә был мәсьәләгә икенсерәк ҡаранылар. Штаб төҙөлдө – унда чиновниктар, депутаттар, йәмәғәтселек һәм беҙҙән бер нисә кеше индерелде.

???? Бына ул һөҙөмтә! 2021 йылда йылытыу мәсьәләләренә ҡағылған 2703 мөрәжәғәт теркәлһә, быйыл 863-кә аҙыраҡ (1840).

Әммә, проблемалар бөтмәй. Шуларҙың береһе – индивидуаль йылытыу пункттарын хеҙмәтләндереү. Өфөнөң бигерәк тә Орджоникидзе һәм Октябрь райондарында ИЙП-лар күп. Сираттағы штабта ошо мәсьәлә ҡаралды.

Бәхәсле момент – төҙөк һәм төҙөк булмаған ИЙЛ-ар һәм йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙ баланстарына алырға теләмәүҙәре. Асылда милекселәргә өҫтәмә хаҡ түләргә тура килә. Мәсьәләне хәл итеү дауам итә.

???? Йәнә статистика. Йылылыҡ миҙгеле башынан Республикаға идара итеү үҙәгенә ошо тема буйынса Өфөнән 1840 мөрәжәғәт килә.

Йылылыҡ миҙгеле бөтмәгән. Эште дауам итәбеҙ.

#ЦУРБашкортостана #решаемвместе

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в