Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2022, 14:00

Бала мәктәпкә барып етә алмаған...

Хакимиәттә ниндәй аңлатма биргәндәр был хәлгә?

Бала мәктәпкә барып етә алмаған...
Бала мәктәпкә барып етә алмаған...

Был хәлде ишетеп, көлөрһөң дә,  иларһың да.

Юлдар үтә алмаҫлыҡ бысраҡ булыу сәбәпле, Иглиндә беренсе класс балаһы мәктәпкә барып етә алмаған, тип яҙа bash_news порталы.

Яңы Иглин ауылында йәшәгән Виктория исемле ҡатын был хаҡта «Минең балам иртән мәктәпкә йөрөтә торған автобусҡа сыҡҡайны, тик барып етә алмаған ул. Юлдағы батҡаҡҡа аяғы батып, итеге бысраҡ эсендә тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә итеген сығара алмаған, шунлыҡтан мәктәпкә лә бармаған…» - тип яҙған ул социаль селтәрҙә. Был хәлгә аңлатма биреп, Иглин районы хакимиәтендә, ысынлап та, юлда ремонт кәрәклеген белдергәндәр, ул 2023 йылға планлаштырылған икән. Ә әлегә юлдар кипкәс, тигеҙләп ҡуйыуҙы ғына вәғәҙәләгәндәр. 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: