Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2022, 11:15

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

Рунеттың тыуған көнөндә лә халыҡты борсоған төрлө проблемалар хаҡында һүҙ барҙы.

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?
Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирҙа барған “Сәләм” тапшырыуында Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре "эләктереп алған"  мәсьәләләр ҡаралды.

Рунеттың тыуған көнөндә лә халыҡты борсоған төрлө проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. “Интернет тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Рәсәйҙә 129,8 миллион интернет-ҡулланыусы иҫәпләнә: был – халыҡтың дөйөм һанынан 89 проценты. Яңылыҡтар уҡыйҙар, социаль селтәрҙәр алып баралар, мөрәжәғәттәр яҙалар. Ә беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, уларҙы эшкәртәбеҙ. Был – беҙҙең эшебеҙ”, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре.

Шулай итеп, юлдар темаһы буйынса –  132, төҙөкләндереү  –  117, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темалары буйынса 79 мөрәжәғәт теркәлгән.
“Юлдар хаҡында. Башҡортостанда юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ямау буйынса яҙғы эштәргә әҙерләнә. 5 апрелдә юл төҙөлөшө һәм ремонтлау буйынса иң ҙур дәүләт подрядсыһы “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең 26 асфальт заводы эш башланы.
Соҡорҙарҙы ямау буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Дүртөйлө – Нефтекама юлының торошо. Социаль селтәрҙән ҡулланыусы яҙғыһын ошо юл арауығында соҡорҙар барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр ҡалдырған. Был юл Республиканың Юл хужалығы идаралығы балансында тора һәм әле төҙөкләндерелә.
2022 йылда республикала 70 саҡрымға яҡын федераль юлды яңыртыу күҙаллана. Һүҙ М5 һәм Өфө-Ырымбур Р-240 трассалары тураһында бара”, – тип хәбәр итә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге.

ЦУРБашкортостана #Сәләм

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: