Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель , 10:30

Луиза Хәйруллина кеүек булғыһы килгәнме?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә инкассатор булып эшләгән ир...

Луиза Хәйруллина кеүек булғыһы килгәнме?
Луиза Хәйруллина кеүек булғыһы килгәнме?

Банкоматтан 12 миллион һум аҡса урлаған Благовещен кешеһе баш ҡала суды алдына баҫасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә инкассатор булып эшләгән ир, был өлкәләге белемен файҙаланып, күп аҡсаға эйә булғыһы килә. 2021 йылдың апрелендә ул униформаһын кейеп, Менделеев урамындағы бизнес-үҙәккә килә һәм, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ банкоматты асып, 12 миллион һум аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалып ҡасып китә...

Былтыр ноябрь айында ғына хоҡуҡ һаҡсылары бурҙы Сочи ҡалаһында эләктергән. Үҙ ғәйебен ир тулыһынса таныуын-таныған, ә бына урланған аҡсаның 200 мең һумын ғына кире ҡайтарған. Тиҙҙән ул суд алдына баҫасаҡ.


Фото: kurieronline.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в