Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2022, 18:30

Сабыйҙы әсәһенән алғандар...

Сабый янына туберкулез менән ауырыған ирҙе индереп йәшәткән.

Сабыйҙы әсәһенән алғандар...
Сабыйҙы әсәһенән алғандар...

Баҡалы районында йәшәгән ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр, тип хәбәр итә төбәк Прокуратураһы.

Эскелек менән мауыҡҡан ҡатын бер йәшлек сабыйын бөтөнләй тәрбиәләмәгән, боҙолған аҙыҡ ашатҡан. Өй эсендә бысраҡ, тәртипһеҙлек. Был ғына ла етмәгән, ҡатын туберкулездың ауыр формаһы менән сирләгән ир менән сыуалып, уны бала янына фатирға индереп йәшәткән.

Әле ҡатынға ҡарата бәлиғ булмаған балаһын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Ә малайҙы алып, приютҡа урынлаштырырға тура килде, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: