Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2022, 19:00

Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар

“Бөгөндән республикала юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау башлана. Ул төп бурыстарҙың береһе – халыҡтың ошо йәһәттән һорауҙары күп, һәм уларҙы хәл итеүҙе тиҙләтеү мөһим”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Беҙҙең “Башкиравтодор” асфальт-бетон заводтарҙы эшләтә башланы. Тулы ҡеүәттә эшләү өсөн, ғәҙәттә, өс-дүрт көн талап ителә, ошо ваҡытта ыҫмала тейешле температураға тиклем йылына. Шунһыҙ сифатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһын алып булмай. Предприятиеларҙа уларҙың 20-нән ашыу төрө бар – эре һәм ваҡ ярмалы, ҡомло, күҙәнәкле, төрлө мохтажлыҡтарға тап килгәндәре.

Беренсе этапта 26 асфальт-бетон заводы эш башлай, был тәүҙә “ҙур карталы” юлдарҙы  ремонтлауға һәм ныҡ боҙолған урындарҙағы ипләүгә булышлыҡ итәсәк. Әле соҡорҙарҙы һалҡын асфальт менән ямайбыҙ. Беҙҙең юл хеҙмәткәрҙәре был эште иртә яҙҙан алып бара. Быйыл республикала 11 меңдән ашыу соҡор ремонтланған.

Юлдарҙағы һәр соҡорҙо белергә тырышабыҙ. Бының өсөн күҙәтеү системаһы һәм юл инфраструктураһы өлкәһендә эште планлаштырыу ярҙамында һәр етешһеҙлек һанлаштырыла, ә системаға ремонтҡа тиклемге һәм унан һуң төшөрөлгән фото һалына. Был иһә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәрҙе дөрөҫ ойоштороу, уның үтәлешен күҙәтеп тороу мөмкинлеген бирә", – тип белдерҙе Радий Хәбиров.


Фото Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге диуарынан.

Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотондолар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: