Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 10:05

Ауырлыҡҡа бирешмәгән апай-инәйҙәр

Уларҙың һәр көнө көрәш менән үтә.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ҡарап тороуға, Мөнирә апайға тормошонда ҙур ауырлыҡтар, тетрәнеүҙәр кисерергә тура килгән тип һис тә уйламаҫһың. Аяғы тыңлашмай тип тә әйтерлек түгел. Ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре янып торған, теремек күңелле кеше ул. Ҡулынан тәсбихен төшөрмәй, “Ҡөрьән Кәрим” китабын әллә нисә тапҡыр уҡып сығып, хатта ятлап бөткән. Таныш түгел әҫәре, белмәгән нәмәһе юҡ. Тик бына ултырған урындан йүгереп сығып китерҙәй булһа ла, аяҡтары ғына ирек бирмәй.

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан Мөнирә Мәхәмәтйәрованың тормош рәүеше 40 йылдан ашыу йәшәү өсөн көндәлек көрәшкә тиң. Дауалауға бирешмәгән, табиптар аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмаған, күңелен әрнеткән, тәнен-йәнен ғазаплаған, бар өмөттәрен сел­пәрәмә килтереп, яҙмышын ҡырҡа борорға мәжбүр иткән мәкерле сир менән көрәш... Нисәмә йылдар һәр көнө, һәр сәғәте һыҙланыуҙар, йөрәк әрнеүҙәре менән үтеүгә ҡарамаҫтан, уның рухы һынмаған, киреһенсә, ауырлыҡтар уны көслө иткән. Уға ҡарап, тормошто ни тиклем яратҡанын, йәшәр өсөн һәр атҡан таңдың ҡәҙерле икәнен тоя алғанын аңларға була. 

Матур ҙа, татыу ҙа ғаиләлә тыуып үҫкән Мөнирә Фәрит ҡыҙы 1976 йылда бер төркөм йәш ҡыҙҙар менән Мәскәү өлкәһенә туҡыу фабрика­һына эшкә бара. Ун биш йәштәре саҡ тулған ҡыҙҙар бер аҙ уҡып, эшкә өйрәнгәс, һәр береһе туҡыу станогы артына баҫа. Йөрәктәрҙең йәш, дәртле сағы, эш хаҡы ла арыу ғына, йәшәргә урын бар. Баймаҡ ҡыҙҙарына һөнәрҙәре оҡшай: бергәләшеп ялдарын үткәрәләр, буш ваҡыттарында Мәскәү ҡалаһы менән танышырға баралар, тыуған яҡтарҙан хаттар ҙа өҙөлмәй.

Әммә көтмәгәндә барыһы ла үҙгәрә. Ярты йыл эшләп тә өлгөрмәй, Мөнирә Мөхәмәтйәрованың аяҡтары һыҙлап, кире тыуған яғына ҡайтырға тура килә. Ул саҡта ата-әсәһе иҫән. Ҡыҙҙарының ауырып ҡайтҡанын ни тиклем ауыр кисерһәләр ҙә, тиҙерәк йүнәлеп китеренә ҙур өмөттәр бағлап, Мөнирәне төрлө дауаха­наларға алып йөрөйҙәр. Әммә сир сигенергә уйламай, киреһенсә, көндән-көн йәш ҡыҙҙы быуар йыландай ҡамап, аяҡтарын хәлһеҙ­ләндерә, атлатмай.

Әсә өсөн балаһының интегеп ултырыуын күреү еңелме ни?! Мөмкин булһа, ҡыҙы элеккесә йүгереп китһен өсөн йәнен өҙөп бирергә лә әҙер ул. Табиптар сир алдында үҙҙәренең көсһөҙ икәнен белдергәс тә, ҡыҙҙарының һауығып китеренә өмөттәрен өҙмәгән ата-әсә үҙҙәре иҫән саҡта халыҡ медицинаһын ҡулланып имләгән кешеләргә лә йөрөтә. Атаһы ла көн-төн тимәй ҡыҙын тирә-яҡтағы имселәргә, халыҡ табиптарына алып бара, уларҙың дауалау серҙәрен өйрәнә. Үләндәр менән дауалау ҙа, һарыҡ тиреһенә урау, ҡырмыҫҡа иләүенә аяҡты тығып ултырыу, йылан тиреһен бәйләү, уҫаҡ япрағы ла, ысыҡ кисеп йөрөү ҙә – барыһы ла эшләнә, әммә ниндәйҙер кимәлдә еңеллек килтерһә лә, улар тулыһынса ярҙам итә алмай.

Олоғайған ата-әсәһе бер-бер артлы вафат булғас, Мөнирә Мөхә­мәтйәрова бөгөн атай нигеҙендә бер үҙе донъя көтә. Беҙ барғанда ла өй йылы, йорт эсендәге тимер мейес яғылған, тәҙрә төптәрендәге гөлдәр сәскәгә күмелгән ине. Мөнирә Фәрит ҡыҙы ҡулына китабын алып, уҡып ултыра.

– Яҙмышыма зарланмайым. Хоҙай ҡушҡанды, маңлайға яҙылғанды, үҙеңә бирелгән һынауҙы лайыҡлы үтергә кәрәк. Һәр атҡан таңыма рәхмәт уҡып, кисен барына риза булып доға ҡылам. Туғандарым бар яҡлап ярҙам итә, ауылдаштарым иҫ киткес яҡшы. Бигерәк тә социаль хеҙмәткәр Хөриә Ҡотлоғужинаға ҙур рәхмәт, бөтә эшемде башҡарып китә, ярҙамынан ташламай. Китапханасы Дилбәр Маннапова килеп, китаптар ҡалдырып, уҡып бөтһәм, кире алып йөрөй. Күршеләрем көн һайын хәл белә, йортомдоң ишеге һәр кемгә асыҡ. Барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – ти Мөнирә       ханым.

Бына ошондай яҙмыш алдында теҙләнмәгән кешеләр менән осрашыу, уларҙың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, бынамын итеп донъя көтөргә атлығып тороуҙары, тормоштарына зарланмауы һоҡлан­дыра. Беренсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, Мөнирә Фәрит ҡыҙы кеше яллап булһа ла йыл һайын баҡса ултырта, аҡрынлап үҙе сығып, шуларҙы ҡарап, күңеленә йәм һәм тыныслыҡ таба.

Юлыҡ ауылында йәнә бер көслө рухлы инәйҙең, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер үҙе донъя көткәне хаҡында ишеткәс, уның менән дә танышырға ашыҡтыҡ.

91 йәшен тултырған Ләлә Хөсәйенова коляскала йөрөй, әммә йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп матур йәшәй белә. Өсөнсө төркөм инвалиды 11 йылдан ашыу аяғына баҫа алмай, әммә һәр йыл инвалидлыҡ буйынса тикшереү үткәндә, күрәһең, табиптар уның “йүгереп китеренә” ышанып, бер нисек тә төркөмдө үҙгәртергә теләмәй.

Ләлә Һиҙиәт ҡыҙының тормош юлы үҙе бер китапҡа торошло. Һуғыш башланыр алдынан ғына ата-әсәһе дүрт балаһы менән Үзбәкстанда йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа бара. Ҡәһәрле һуғыш осоронда тал сыбығындай ҡыҙҙарға мамыҡ йыйырға тура килә. Көн һайын ололар менән бер рәттән эшкә сыға улар, нисек тә Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн бар көсөн һала. Мең михнәт менән ғаиләгә 1947 йылда тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. Аталары фронтта булғас, балалар бында ла колхоз эшендә тир түгә.

Бала сағы һәм йәшлек йылдары һуғыш осорона тура килгән инәй ире менән алты бала үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә: бер-бер артлы өс балаһын ер ҡуйынына һала. Ярай әле ҡалған өсәүһе әсәләренең оло ҡайғыларын еңеп сығырға көс бирә.

Бөгөн Юлыҡтың иң оло ағинәйен балалары килеп ҡарай, йәй көндәре коляскаға ултыртып, саф һауаға алып сығып, ауыл урамдары буйлап йөрөтөп тә алалар. “Хәҙер ҡара ергә аяҡ баҫмайынса урамға сығып булмаҫ инде”, – тип бошона әле Ләлә инәй.

– Кеше көнлө булып ултырырға теләк юҡ. Һаман да үҙ донъямда йәшәргә тырышам. Балалар, күсереп алабыҙ, ти ҙә ул, ризалашмай киләм. Бер көн яңылыш колясканан ҡолап төштөм, ярай әле һәрмәнеп булһа ла телефонды алып, хәбәр итеп өлгөрҙөм. Үҙ аяҡтарыңда йүгереп йөрөүгә ни етә лә һуң, – тип уфтанып та алды ул.

Шулай ҙа инәйҙең күңеле күтәренке, кәйефе шәп. 90-ды тураҡлауына ҡарамаҫтан, күҙлекһеҙ китап-журнал уҡып, боронғоларҙы һөйләп, бала-сағаға кәңәш биреп, үҙенең аҡыллы һүҙҙәрен еткереп ултыра.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас: