Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 09:49

Ҡайһы бер объекттар иҫәпкә алынмаясаҡ

znamenka.ru
Фото:znamenka.ru

“Өс йәштән ете йәшкә тиклемге түләүҙәрҙе тәғә­йенләгәндә мохтажлыҡты баһалау ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгән, тип ишеткәйнем...

Сәриә”.

 

– Эйе, был өлкәләге ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелде. Әйткәндәй, улар өстән ете йәшкә тиклемге генә балаларға ғына түгел, яңғыҙ ата-әсәләрҙең 8 – 17 йәшлек ҡыҙҙары һәм улдары, иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатындар өсөн түләүҙәр тәғәйенләгәндә лә файҙаланыла.

Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, түләүҙәр тураһындағы ҡарар ҡабул иткәндә автомобиль йәки мотоцикл, шулай уҡ эҙләүҙә йәки һаҡ аҫтында булған күсемһеҙ милек, шулай уҡ маҡсатлы субсидиялар ярҙамында һатып алынған торлаҡ, транспорт һәм милек иҫәпкә алынмаясаҡ.

Бынан тыш, ғаиләнең уртаса йән башына килемен иҫәпләгәндә ҡайһы бер табыш сығанаҡтары һаналмаясаҡ. Улар түбәндәгеләр: үҙ эшең үҫеше өсөн йәлеп ителгән маҡсатлы аҡса; аҡса рәүешендә алынған әсәлек капиталы; милек һатып алыр өсөн дәүләт ярҙамына ярашлы алынған маҡсатлы аҡса һәм һалым ҡайтармаһы.

Белеүебеҙсә, ҡануниәттә “нуль килем” тигән төшөнсә бар. Был ҡағиҙә ауырлы ҡатындар өсөн “йомшартыла”. Әгәр  ҡатындың йөклөлөк буйынса алты айы уртаса йән башы иҫәбе ваҡытына тура килһә, килеме булмаған ҡатындың түләүҙәргә хоҡуғы бар, тик ғаризаны тапшырған ваҡытта ҡатындың йөклөлөк ваҡыты 12 аҙнанан уҙһа, “нуль килем” ҡағиҙәһе файҙаланылмай.

Үрҙә әйтелгән үҙгәрештәр 2022 йылдың  1 апреленән көсөнә инә.

Ошо көндән алып,  шулай уҡ өстән ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәргә ғаризаны йәшәү урынына ярашлы яҙыу мөмкинлеге ҡаралған. Тик шуныһы: был мөмкинлек төбәк норматив акты менән нығытылған булырға тейеш. Бынан тыш, йыл һайын йәшәү минимумының үҙгәреүе сәбәпле, түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү ғаризаһыҙ атҡарыласаҡ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өстән ете йәшкә тиклемге балаларға, яңғыҙ ата-әсәләрҙең 8 – 17 йәшлек ҡыҙҙарына һәм улдарына, шулай уҡ йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә торған ҡатын­дарға ай һайын аҡсалата түләүҙәр тәғәйен­ләнгәндә, мохтажлыҡ баһала­ма­һы үткәрелә. Ул иһә, килемдән тыш, милек, финанс йыйымдары һәм “нуль килеме” ҡағиҙәһе баһалауын да, йәғни граждандарҙың үҙ хеҙмәт мөмкин­лектәрен файҙаланыуы баһаламаһын да, үҙ эсенә ала.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: