Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 14:00

Беҙҙең таҡта һәм шифер менән Донбассты тергеҙәсәктәр

Бынан тыш, келәттәрҙә ойошмалар һәм халыҡ йыйған кәмендә ике йөк гуманитар ярҙам сират көтөп ята.

Беҙҙең таҡта һәм шифер менән Донбассты тергеҙәсәктәр
Беҙҙең таҡта һәм шифер менән Донбассты тергеҙәсәктәр

7 апрелдә Донецкиға, ике мең километр ара үтеп, Башҡортостандан ДХР халҡы өсөн тәғәйенләнгән ярҙамды тейәгән өсөнсө ылау килде. Ул Өфөнән 5 апрелдә сыҡҡайны. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы был юлы 83 тоннанан ашыу тәшкил итте. Автоколонна менән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин һәм фотохәбәрсе Олег Яровиков та юлға сыҡты.

Был юлы республикабыҙ вәкилдәре Донбассҡа кондитер һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары, һыу, ҡәһүә, шәхси гигиена кәрәк-ярағы, урын-ер ҡаралдыһы, балалар аҙығы, уйынсыҡтар, макарон ризыҡтары, ярмалар, бал алып килде. Йәнә төҙөлөш материалдары – таҡта, шифер, быяла, цемент та бар ине. Уларҙың барыһы ла халыҡ республикаларының емерелгән тораҡ пункттарын тергеҙеү өсөн кәрәк. Йөктө йыйыуҙа республиканың бөтә ҡалалары һәм райондары ҡатнашты.

Ылауҙы оҙатып барыусылар ярҙамды тәғәйенләнеше буйынса тапшырҙы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған бурысты үтәне.

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының протокол етәксеһе Елена Красовская һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының гуманитар йөк менән эшләү һәм объекттарҙы тергеҙеүҙе контролдә тотоу буйынса департамент директоры Валентин Гордиенко ДХР етәксеһе Денис Пушилин һәм республика халҡы исеменән бындай ярҙам өсөн бөтә Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.

Иртәгә Өфөнән дүртенсе гуманитар ылау юлға сыға. Был йөк, нигеҙҙә, Башҡортостан сода компанияһы продукцияһын – порошок, сода һәм башҡа тауарҙарҙан торасаҡ. Һуңынан Донбассҡа «Кроношпан» продукцияһын оҙатыу күҙаллана. Бынан тыш, келәттәрҙә ойошмалар һәм халыҡ йыйған кәмендә ике йөк гуманитар ярҙам сират көтөп ята.

Фото: Олег Яровиков.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: