Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 11:12

“Бер йыл инде улым өсөн көрәшәм...”

myslo.ru
Фото:myslo.ru

Әсә кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ошондай һүҙҙәр яҙған һәм сабыйын күтәреп торған фото ҡуйған. Ул – Туймазы ҡалаһынан Әлиә Имелғужина. Ҡатын бер йыл буйы улын йүнләп күргәне юҡ, ошо сәбәпле ире менән туҡтауһыҙ судлашырға мәжбүр. Был турала киң матбуғат сараларында күп яҙылды.

Ә ике йәшлек малай әле атаһы менән йәшәй. Ир туғандары менән бергә баланы әсәһенән йәшерә, күрешергә мөмкинлек бирмәй. Был хәлдә иң ауыры – был ғаилә фажиғәһе ике дәүләттә бара. Әлиә Рәсәй гражданы булһа, ире – Абхазия кешеһе, малай ҙа әле шунда. Ҡатынға әлегә тиклем опека органдары ла, полиция ла, илселек тә ярҙам итә алмаған.

Әлиә менән Ярослав 2016 йылда социаль селтәр аша танышҡан, бер йылдан өйләнешкәндәр. Ҡатын белдереүенсә, тәүҙә барыһы ла яҡшы булған. Ул иренән ун йәшкә өлкән булһа ла, тәүҙә был бер ниндәй ҙә проблема тыуҙырмаған.

Туйҙан һуң йәштәр бала тип хыяллана башлай, тик нисек кенә ты­рыш­һалар ҙа, был тәбиғи юл менән килеп сыҡмай. Әлиә һөйлә­үенсә, тәүге ҡиммәтле ЭКО процедураһы өсөн Ярослав үҙе түләй, ләкин әмәл уңышлы килеп сыҡмай. Икенсе тапҡыр ЭКО өсөн ҡатын үҙе түләй, оҙаҡ көткән улдары ярала. Шул саҡта уҡ ғаиләлә тәүге проблемалар башлана: ир тиҙ ҡыҙып китә, ҡайһы саҡта буштан-буш агрессия күрһәтә башлай. Буласаҡ әсә, бала тыуғас, барыһы ла ипкә килер, тип өмөтләнә.

– Ҡәйнәм менән иремдең апаһы ла беҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡы­ҫылды, мине иремдән өлкәнерәк булғанға яратманылар. Һөнәрем буйынса табипмын, поликлиникала терапевт инем, ваҡыты еткәс, декрет ялына киттем. Ауырлы мәлдә Туймазыла йәшәнем, ирем Абхазияла булды. Ике йыл элек улы­быҙ тыуҙы. Операциянан һуң хәлем еңел булманы, шуға күрә тәүге осорҙа бәпесте әсәйем ҡарашты. Ярославҡа иһә был оҡшаманы, әсәйең беҙҙең тормошҡа ҡыҫыла, тине. Ошо сәбәпле бушҡа-юҡҡа ғауға ҡуптарҙы. Ә оҙаҡламай Абхазияға күсеп китеүҙе талап итә башланы, – тип һөйләгән ҡатын.

Бала тыуғас, тәүге биш айҙа улар бергә Башҡортостанда йәшәй. Тик ир үҙенең тыуған яғына күсеүҙе талап итә, ҡурҡыта башлай. “Ми­нең менән күсмәһәң, үҙемә ҡул һа­лам”, – тип янай. Хатта һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн дәлилләр өсөн бау алып ҡайтып ҡуя. Оҙаҡ әрләшә торғас, Әлиәгә күнеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Һөҙөмтәлә йәш ғаилә Сухуми ҡалаһына күсенә. Ирҙең әсәһе һәм апаһы менән бер йортта урынлашалар.

Яңы урында ла тормоштары ипкә килмәй.

– Унда бигерәк ауырға тура килде. Туғандары ла яратманы мине, араға ҡыҫылдылар. Ҡәйнәм баланы тәрбиәләүҙә ярҙам итергә тырышты, тик ул эшләгәс, өйҙә бик бул­маны. Ирҙән дә ярҙам юҡ ине. Әрләшеүҙән, мине битәрләүҙән башы сыҡманы, аҙаҡ эсеп алһа, һуғам тип янай башланы хатта. Ми­ңә уға әйтмәйенсә өйҙән дә сы­ғырға ярамай ине. Ҡапҡаларҙы бик­ләп ҡуйҙы һәм асҡысты йә­шерҙе. Иҫерек ҡайта ла, аяғында ла баҫып тора алмаған килеш, бә­ләкәй баланы тартып ала. Әгәр ҡаршы һүҙ әйтһәң, баланы бөтөн­ләй бирмәйем, ти, – тип һөйләй ҡатын.

Гел талаша, әрләшә торғас, бер көн Әлиә асҡыс урлап, ҡасырға мәжбүр була. Аҙаҡ туғандарын саҡырта һәм бер нисә көндән ире янына балаһын алырға тип бара. Әммә Ярослав улын әсәһенә бирмәй. Уның туғандары ла килендәренә ҡаршы сыға һәм барыһында ла уны ғәйепләй. Улар судҡа, полицияға, опекаға, хатта илселеккә мөрәжәғәт итә, әммә бынан бер фәтүә лә сыҡмай.

Әлиә һәм уның улы – Рәсәй граждандары, әммә ҡатын сит дәүләттә йәшәгән балаһын ала алмай. Һөҙөмтәлә ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм адвокаттар яллай. Әле ире менән айырылышыу өсөн документтар әҙерләй.

– Ярослав менән йүнләп аралаша алмайбыҙ. Ваҡыты менән шылтыратып тора, тик әрләшеүҙән, янауҙарҙан ары китмәй. “Әгәр ми­нең­сә булмаһа, бөтәһенә лә насар бөтәсәк”, – ти. Улымды видео­бәй­лә­неш аша ғына күрәм, – ти Әлиә.

Юристар әйтеүенсә, ҡатынға балаһын ҡайтарыу еңел булмая­саҡ. Ғөмүмән, бындай дәүләт-ара эштәр оҙаҡҡа һуҙыла, нисек тамамланырын күҙаллау ауыр.

Әлиә менән Ярославҡа аңла­шып эш итһендәр, был сетерекле хәл яҡшы тамамланһын тип теләргә генә ҡала.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: