“Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарында дарыухана асып була, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта аңлатып яҙмаҫһығыҙмы икән?
З. Ибраева”.
– Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын лицензиялау тамамланып килә. 22 февралгә ҡарата Башҡортостанда ФАП-тарҙың 99 проценты фармацевтика эшмәкәрлегенең дарыу препараттарын берәмләп һатыу йәһәтенән лицензия алған.
– Республикалағы медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензияһы булған 2061 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 2045-енә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан халыҡҡа дарыу препараттары менән сауҙа итер өсөн лицензия рәсмиләштерелде, – тип белдерҙе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова.
Былтырғы ошо осорҙа 2068 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 1887-һенә генә ошондай лицензия бирелгән ине. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ФАП-тарҙы лицензиялау буйынса эшмәкәрлеге Рәсәй Хөкүмәтенең дарыуханалар булмаған ауылдарҙа ФАП-тарға, амбулаторияларға һәм дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәренә фармацевтика лицензияларын биреү процедураһының ябайлаштырылыуы менән бәйле. Бынан тыш, ауылдағы медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә фармацевтика буйынса белем алмайынса дарыу һатырға рөхсәт иттеләр.
– Атап үтелгән ойошмаларға фармацевтика лицензияһын алыр өсөн ғаризала медицина ойошмаһы планлаштырған дарыуҙар менән берәмләп сауҙа итеү, һаҡлау буйынса эш төрҙәрен күрһәтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә препараттар менән берәмләп сауҙа итер өсөн өҫтәмә һөнәри белем лицензияһының барлығын раҫларға кәрәкмәй. ФАП, биләмәлә дарыухана ойошмаһының барлығы-юҡлығына ҡарамаҫтан, автоматик рәүештә фармацевтика эшмәкәрлегенә лицензия ала. Был ауылдарҙы дарыуханаларҙан тыш дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итергә булышлыҡ итәсәк, – тип аңлатты Эльвира Тәхәүетдинова.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бар ойошмаларға ла медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыу йәһәтенән төрлө яҡлап булышлыҡ итә. Тап ошо маҡсатта лицензия алыу буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” барлыҡҡа килгән, һәм ул республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында эшләп килә. Уның ярҙамында медицина эшмәкәрлеген ҡайтанан рәсмиләштереү ваҡыты – 19 көн, ә 2011 йылдың 4 майында ҡабул ителгән “Эшмәкәрлектең айырым төрҙәрен лицензиялау тураһында”ғы 99-сы Федераль законға ярашлы, лицензияны алыу ваҡыты 30 эш көнө тәшкил итә.
Айһылыу НИЗАМОВА