«Гөлназ, Вилдан менән ниңә туй яһаманығыҙ, ә никах менән сикләндегеҙ? Артистар бит, ғәҙәттә, ҡупырынып туй үткәрергә ярата?» Социаль селтәрҙә «йондоҙло» ғаиләне күҙәтеп барыусылар, ошо ише һорауҙарҙы йыш биреп, Гөлназ Асаеваның теңкәһенә тейеп бөткән.
Әлбиттә, блогер булып, тормоштарының һәр ваҡиғаһын уҡыусылары менән бүлешеп торғас, йәштәр бындайға күнегеп тә бөткәндер. Гөлназ үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тап ошо һорауҙарға яуап биргән дә.
«Өйләнешергә ниәт иткән саҡта үҙ аҡсабыҙ юҡ ине. Ә атай-әсәйҙәрҙең аҡсаһын сарыф иткебеҙ килмәне. Шуға ла никах уҡыттыҡ та ЗАГС-та яҙылышып ҡуйҙыҡ. Ә һуңынан инде аҡсабыҙға фатир алырға булдыҡ. Ә хәҙер туйҙың кәрәге юҡтыр тип уйлайбыҙ», - тигән ул.
Әйткәндәй, ике йыл элек өйләнешкән Вил Шәмсетдинов менән Гөлназ Асаеваның матур ғаиләһендә Динә исемле ҡыҙ үҫә. Йәштәргә бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Фото Г. Асаеваның сәхифәһенән.