

Николай Ельников билдәләүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына үҙ эшенең оҫталары килеүенә өмөт ҙур.
Әйткәндәй, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағында өс – “Күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү”, “Электромонтаж” һәм “Һыу технологиялары” компетенциялары. Тәүге икәүһе буйынса күнекмә эштәре Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында ойошторола, ә “Һыу технологиялары” компетенцияһы буйынса күнекмә эштәре Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҙа.
"Бөгөн республикабыҙҙа эшсе һөнәрҙәрҙең 30 мең вакансияһы асылған", – ти Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.
Эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу – Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Фото: Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.