Аҡъяр ауылының Үҙәк район китапханаһында ауыл китапханасыларының һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙҙы. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән был конкурс яуаплы ла, ауыр ҙа һөнәр эйәләренең тынғыһыҙ хеҙмәтен күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү маҡсатында ойошторола.
“Иң яҡшы китапханасы” район конкурсын асып, алып барыусы Зилиә Абдрахманова ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Һөнәри оҫталыҡ ярышының финалына ете китапханасы сыҡты. Иләс ауылынан Нажиә Асҡарова, Ивановканан Алина Бикбова, Һамарҙан Любовь Гордеева, Мәмбәттән Вилена Ҡәйепова, Байғусҡарҙан Резеда Ҡолсонбаева, Быҙаулыҡтан Зөлфиә Ҡояшбаева, Яңы Ергәндән Олеся Плетнева һынау тотто.
Тәүге һынауҙа конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы. “Минең һөнәрем, эш йүнәлешем” тип аталған презентация күрһәттеләр. Артабан конкурсанттар бер ниндәй әҙерлекһеҙ блиц-һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине. Бында уларға үҙҙәренең белемен, зирәклеген күрһәтеп, әҙәбиәт, мәҙәниәт, тарих, тыуған яҡ тураһында һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡайтарырға, тарихи даталарҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк булды. Китапханасылар юғалып ҡалманы, үҙҙәренең эрудициялы, ғилемле булыуын иҫбатланы.
Өсөнсө һынауҙа конкурсанттарға үҙҙәрен тулыһынса асыу мөмкинлеге бирелде. Бында һорауҙар китапхана һөнәренә, эшмәкәрлегенә, терминдарға ҡағылышлы ине. Бәйгеселәрҙең сығышын жюри ағзалары – райондың китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова, методик кабинет мөдире Наталья Рыбальченко, Бүребай ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Лилиә Билалова баһаланы. Ижади бәйге һөҙөмтәһе буйынса “Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы” исеменә Нажиә Асҡарова лайыҡ булды. Башҡалар төрлө номинацияларҙа билдәләнде: “Ауыл китапханасыһы – ижади китапханасы” – Любовь Гордеева, “Китапханасы-новатор” – Вилена Ҡәйепова, “Талант һәм үҫеш” – Олеся Плетнева, “Китапхана – идеялар донъяһы” – Зөлфиә Ҡояшбаева, “Сараларҙы яҡшы ойоштороусы” – Алина Бикбова, “Һөнәргә тоғролоҡ” – Резеда Ҡолсонбаева.
Сәлимә БАЙГИЛДИНА.
Хәйбулла районы.