Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 09:41

Идиә инәй барыһын да бейетә...

VK.com
Фото:VK.com

90 йәшлек тыл һәм хеҙмәт ветеранын, мандолинасы, “Хәтирә” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы Идиә Абдулла ҡыҙы Вәлиеваны күркәм юбилейы менән ҡотларға Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тәнзилә Шаһиева, ветерандар советы рәйесе Йәмилә Ғөбәйҙуллина килде.

Идиә инәй Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында Фатима менән Абдулла Ғәбитовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҫмерлек йылдары һуғыш осорона тура килә. Бер туған апаһы Рабиға 1941 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә, зенитчица булып хеҙмәт итә. 1943 йылда хәрби аэродромды фашистарҙан һаҡлағанда батырҙарса һәләк була. Идиә бәләкәй сағынан артелдә ҡап һуға, колхозда сөгөлдөр үҫтерә, аҙаҡ мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Әрмет егете Йәғәфәр менән тормош ҡороп, алты бала үҫтерәләр. Байтаҡ һынауҙарҙы үтергә, ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килә инәйгә. Матур итеп донъя көтөп ятҡанда 55 йәшлек ирен, бер-бер артлы ике улын һәм ҡыҙын юғалта. Шулай ҙа ауырлыҡтарға һынмаҫҡа, бирешмәҫкә тырыша, әле ҡыҙы Миңзилә менән кейәүе Евгений тәрбиәһендә йәшәй.

Уның тормош һөйөүсәнлегенә көнлә­шерлек! Ихлас күңелле, алсаҡ Идиә Абдулла ҡыҙы мәҙәниәт йортонда эшләгән “Хәтирә” фольклор ансамблендә ҙур теләк менән ҡатнаша, балаларҙы мандолинала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Барыһын да дәртле көйгә бейетә Идиә инәйебеҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Читайте нас в