Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 09:55

Күрәсәгең булғас...

tvc.ru.
Фото:tvc.ru.

...Улар разведкаға дүртәү китте. Сержант Ғәйнийәр Ғилмийәров араларында иң һиҙгере, йылдамы булғанға, уны етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Урман эсендә өс фашист штабы вәкилдәре кәңәш ҡорорға йыйылырға тейеш. Бер “ҙур” офицерҙы алып ҡайтыу бурысы ҡуйылған.

Уңайлы ғына урынлашып алғас, ергә, ҡыуаҡтар араһына ятып, көтә башланыр. Бына шулай дүрт яугир, тын да алмайынса, офицерҙарҙың таралышҡанын көтә. Разведчиктар өсөн иң яҡшы шарттар – ямғыр тамсылай.

Бына офицерҙарҙы күҙәтергә ҡуйылған һаҡсылар эскә үтте. Улар яҡшы “ҡунаҡ булған”. Иҫеректәр, һүҙҙәре аңлашылмай. Ике фриц  ҡунаҡтарҙы оҙата сыҡты. Улар берәм-берәм таралыша.

Һөйләшеүҙәрен үҙҙәре лә аңларлыҡ түгел...

Егеттәр шым ғына килеп, дош­мандың береһен дөмөктөрә. Беҙҙең һалдаттар йыуан ҡорһаҡлыһын, генерал булған икән, тиҙ генә алып китә. Төнө буйы унан һорау алалар. Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте алып, сержант Ғәйнийәр Ғилмийәров хәрби бурысты өлгөлө үтәп сыға. Уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  Көньяҡ Украинаны азат иткәндә Ғәйнийәр тотҡонға эләгә. Яугир өсөн иң яфалы, ауыр көндәр башлана. Аслыҡтан плацты һеперә торған һеперткенең ҡабығын кимергән көндәре лә була.

– Немец телен белгәндәр аша беҙҙе Гитлер армияһы яғына сығырға өндәнеләр, ләкин совет һалдаттары үҙебеҙҙекеләрҙең азат итеренә ышанып йәшәне. Тамуҡ эсенән беҙҙе – хәлһеҙ һалдаттарҙы барыбер ҡотҡарҙы улар, – тип һөйләне Ғәйнийәр ағай.

– Беҙҙән, һуғыш аҙағында әсиргә осраҡлы төшкәндәрҙән, һорау алып теңкәгә тейеүсе булманы. Командир үҙе бик тәүәккәл, ҡыйыу кеше ине. Мине Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланылар. Һуғыштың иң ауыр көндәре әсирлеккә эләгеү булды. Йортома ҡайтҡас та төндәрен йоҡонан һикереп уяндым. Шулай ҙа намыҫым таҙа – Тыуған илде һатманыҡ, – тигәйне яугир.

Сержант Ғәйнийәр Ғилмийәров сығышы менән Балтас районы Уразай ауылынан ине. Ауылдашым иҫән саҡта уның менән һөйләшеп, хәтирәләрен ҡағыҙға теркәп ҡалғаныма ҡыуанып бөтә алмайым.

Әйтергә кәрәк, концлагерҙа булғандарҙың яҙмышы тыныс тормошта ла еңел булманы, ә шулай ҙа улар ғүмерҙең, тыныслыҡтың, иректең ҡәҙерен белеп, бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Тыуған иленә намыҫлы хеҙмәт итеп йәшәне.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ.

 

Балтас районы.

Читайте нас в