Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 09:44

Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...

Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәгән Тәнзилә һәм Мөхәррәм Фәхретдиновтар менән танышҡандан һуң, уларҙың шул дәүерҙәге шаулап-гөрләп үткән йәшлек йылдары, “комсомол туйҙары” күҙ алдына килә. Халыҡ ҡайһылай дәртле булған!

Былтыр көҙ уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулған. Ошо дәүер эсендә өс балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып, әлеге көндә биш ейән-ейәнсәргә, бер бүләгә олатай һәм өләсәй булып өлгөргәндәр.

Ә танышып-ҡауышҡан көн кисә генә һымаҡ. Яр-Бишҡаҙаҡ егете Мөхәррәм менән Ҡарайған ҡыҙы Тәнзиләнең комсомол туйы тураһында “Восход” гәзитенең 1976 йылдың 7 ноябрь һанында мәҡәлә донъя күрә. Йәш парҙың был тантанаһы иҫтәлекле фотола ла сағылыш тапҡан. Йылдар тәьҫире аҫтында гәзит бите һарғайып бөтһә лә, Фәхретдиновтар ғаиләһендә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып һаҡлана.

– Ул ваҡытта Мөхәррәм “Осҡон” колхозында водитель ине, мин сөгөлдөр баҫыуына, әсәйемә ярҙамлашырға килдем. Алдан бер-беребеҙҙе белеп-күреп йөрөһәк тә, ныҡлап дуҫлашып китеүебеҙ ана шул сөгөлдөрҙә эшләгән ваҡыттан башланды. Оҙаҡ йөрөмәнек, өйләнештек. 1976 йылдың 4 ноябрендә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы клубында колхоз бер нисә йәш парға комсомол туйы ойошторҙо. Колхоз, ауыл советы рәйесе ҡотлап, беҙгә бүләккә диван бирҙе. Йыһазға ҡытлыҡ заманда был беҙҙең өсөн ҙур бүләк ине. Айырым йәшәр урынығыҙ булһын тип, колхоз бәләкәй булһа ла йорт та бүлде. Ошолай төрлө яҡлап ярҙам итеп торғас, ситкә сығып китеү тураһында уй бөтөнләй булманы. Атай-әсәй, туғандар янында йәшәйек, тип төпләнеп ҡалдыҡ, – ти хәҙер 45 йыл ошо ауылды үҙ итеп йәшәгән Тәнзилә Хәбиб ҡыҙы.

Яр-Бишҡаҙаҡ килене, Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын ауыл Советында бухгалтер булып башлаһа, артабан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем үрләй. Был бурысты ул ете йыл үтәй. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Раушания ла, әсәһенән күреп, шул уҡ уҡыу йортонда шул уҡ һөнәрҙе алып сыға. Мөхәррәм ағай үҙенең ғүмерен техника йөрөтөүгә арнай. Ул үҫкән ғаиләлә биш малай тәрбиәләнеп, барыһы ла водитель-тракторсы һөнәрҙәрен һайлай. Атайҙарына ҡарап, Тәнзилә апай менән Мөхәррәм ағайҙың улдары Рөстәм менән Айрат та ошо һөнәргә эйә була. Атай кеше үҙ өлгөһөндә балаларында ла был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята. Бәләкәйҙән техниканы яратып үҫәләр. Мөхәррәм Ҡәҙир улының ошо өлкәлә 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Үҙ эшенә бирелеп, яратып башҡара уны.

– Йәш саҡта егет кеше машинаға ҡыҙыға бит. Хәрби комиссариат автомәктәпкә уҡырға ебәргәйне, шул ваҡыттан рулдән төшкән юҡ – ғүмерлек һөнәремә әүерелде. Ураҡ, сәсеү ваҡыттарында төнгө сәғәт 2-3-тәргә тиклем эштә булһам, иртәнге 7-лә йәнә баҫыуға сығып китә инем. Йөк машинаһы ла, автобус та йөрөтөргә тура килде. Ғүмер эш менән үтте. Бер ялһыҙ, йылына 365 көн эшләгән саҡтар булды. Элек ҡушылғандан баш тартыу юҡ ине, ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләнек. Шулай ҙа ғүмер үкенерлек түгел. Ҡырҙан бәхет эҙләмәнек, уны үҙебеҙҙең тыуған яҡта таптыҡ, – тине Мөхәррәм Ҡәҙир улы, хеҙмәт йылдарын хәтерләп.

Тәнзилә апай ҙа килен булып төшкән ерендә бәхетен таба. Ире һүҙ тейҙермәй, ҡәҙерләп торғас, башҡалар ҙа хөрмәт итә.

– Донъя көткәндә эште һинекенә-минекенә бүлмәнек. Уртаҡ көс менән йорт һалдыҡ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бергәләп алып барҙыҡ. Әле лә шулай, – ти әңгәмәселәрем.

Эшләгән йылдар һағынып һөйләрлек кенә булып үткәндә ҡалған. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, һаман да тырышып донъя көтә Фәхрет­диновтар. Мөхәррәм ағай умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Күпләп һарыҡ аҫрағас, Тәнзилә апай йөндән юрғандар һырый. Уның эштәре таныштары араһында ла һорау менән файҙалана.

– Эшһеҙ торған юҡ. Әле бына күпләп үҫентеләр ултырттым, боростарым матур булып үҫеп ултыра, помидор орлоғо ла шытып килә. Хаҡлы ялда ла эшкә әүрәп йәшәйбеҙ, – тип йылмая Тәнзилә апай.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай районы.

Читайте нас: