

Ишкилде ауылы – Әбйәлил районының иң матур ауылдарының береһе. Тәбиғәтенең хозурлығы ғына түгел, ә халҡының дәртле һәм сәмле булыуы менән дә айырылып тора ул. Юҡҡа ғынамы был ауыл кешеләрен халыҡ телендәге исеме буйынса “көрәктәр – дәртле йөрәктәр” тимәйҙәрҙер.
Ишкилде ауылы халҡы элек-электән үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, бил бирмәҫ көрәшселәре, гер күтәреү батырҙары, саңғыла йүгереү буйынса чемпиондары, гармунсылары һәм ҡул оҫталары менән дан тота. Шулай уҡ улар оло йәштәге инәйҙәре менән дә маҡтана ала, ауылда оҙон ғүмерлеләр байтаҡ. Иң өлкәндәр иҫәбенә Мәрғүбә Йәнбирҙина, Әхтәр Хәсәнов, Һәнеүәт Усманованы индерһәк, быуындар сылбырын дауам итеп, күптән түгел Әлиә менән Иршат Дәүләтшиндәрҙең игеҙәктәре – Әлфир менән Әнилә донъяға килгән.
Ҡатнашырға һәм еңеп сығырға!
Бөтәһе 60 йортта 272 кеше йәшәй, шуларҙың 50-гә яҡыны өлкән йәштәгеләр булһа, 48-е – бер йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар. Һәр йортта тиерлек бер-ике еңел автомобиль, трактор, бөтәһе 18 “Нива” машинаһы иҫәпләнһә, хужалыҡтарҙа ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрала, баҡса үҫтерелә, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, пилорама тотоусылар бар. Йорттар, ихаталар алды күркәмлеге һәм заманса уңайлыҡтары менән айырылып тора, халыҡ етеш йәшәй. Ауылға ингәс тә балалар өсөн уйын майҙансығы күҙгә ташлана, аҙаҡ береһенән-береһе матур йорттар теҙелеп китә.
Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, әле булһа мейес менән йылытылған клуб эшләй. 2020 йылда “Зәкиә” исемле иман йорто асылған. Әйтергә кәрәк, был объекттарҙың барыһы ла ауыл халҡының үҙ тырышлығы менән, күп осраҡта өмәләп башҡарылған. Электән төбәктә көрәктәр оҫта ҡуллы булыуы менән киң танылыу алған. Ауылдың бер яҡ ситендә “Әбйәлил урман хужалығы”ның “Шырпай” ағас материалдары бысыу һәм “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Әбйәлил юл-ремонт участкаһының таш онтағыс цехтары урынлашҡан. Ауыл халҡының бер аҙы ошонда эшләһә, бәғзеләре Асҡар ауылына, Магнитогорск ҡалаһына йөрөргә мәжбүр, ирҙәрҙең күбеһе вахта ысулы менән ситтә тир түгә.
Ошо ынтылыш менән ауыл халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына дәррәү ҡушылған. Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл-2022” бәйгеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Спорт министрлыҡтары ҡатнашлығында ойошторола һәм республика Башлығы грантына үтә. Ишкилде ауылы был конкурста, республиканың башҡа ауылдары менән бер рәттән, уртаса ауылдар араһында көс һынаша һәм еңеп сығасағына ҙур өмөт бағлай. Хатта грант яулаһалар, уны Сума йылғаһы аша күпер төҙөүгә тотонорға уйҙары бар. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан бәләкәй йылға, яҙ етһә, ажарланып, ярҙарынан шашып сығып, өҫкө урамда йәшәүселәрҙең юлын өҙә.
Тарих төпкөлдәрен байҡаһаҡ...
Ишкилде ауылы тарихын ныҡлап өйрәнгән Мансур Усманов әйтеүенсә, ул бик боронғо осорға барып тоташа. Юлдаш ауылы янында Көҙисә тигән ауыл булған (ул ауыл яндырылған – авт.). Шул ауылдан 1771 – 1773 йылғы Польша походында ҡатнашҡан Дәүләтбай Тимербаев Крәҫтиәндәр ихтилалынан һуң үҙенең туғандарын Ҡаншал тауы артына алып килеп йәшерә. Улар ултырған ерҙә бәләкәй генә ауыл барлыҡҡа килә. Краков ҡалаһының матурлығын күреп ҡайтҡан яугирҙәр ауылға Крак тип исем бирә. 1795 йылғы перепистә ауылды килеп табалар, әммә кешеләре йәшенгән була. 1834 йылда Юнай (Юлдаш) ауылынан Ишкилде Йосопов улдары Йәнмырҙа һәм Ханмырҙа менән Крак йылғаһы (хәҙерге ваҡытта ул Көрәк тип атала) буйына килеп йәшәй башлай. Ул Ырымбур ҡалаһына барып, килешеү төҙөп, ауылға үҙенең исемен биреп, Ишкилде тип теркәтеп ҡайта.
Һуңыраҡ Ҡаншал тауы артындағы Крак ауылы кешеләре ауылдың әлеге урынына килеп төпләнә. Улар Көҙисә араһы кешеләре – Усмановтар, Мырҙагилдиндар, Фәхретдиновтар, Вәлиевтәр, Хәсәновтар, Моратшиндар һәм Хәкимовтар. Уларҙан һуң Ҡарасмандар араһы кешеләре килеп йәшәй. Был аранан Сәйфетдинов, Хисмәтуллин, Йәнбирҙин фамилиялары киң тарала. Артабан Ҡарабалтырҙар күсеп килә – Шаһивәлиевтәр, Вәлиәхмәтовтар. Ә бына Таҡһыр ауылынан күсеп килгән Зариповтар Бәхтийәристәр араһын тәшкил итә.
Ауыл фельдшеры
Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты 1980 йылда асыла. Иң беренсе Венера Хисмәтуллина эшләй, аҙаҡ уны Гөлсирә Шаһивәлиева алмаштыра. 1993 йылдан алып бөгөнгә тиклем ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Нурия Усманова тора.
Әйткәндәй, медицина учреждениеһын да ауыл халҡы үҙ көсө менән төҙөп ултырта. Тәүҙә бура һатып алалар, уны өмә менән күтәреп, башын ябалар. Тәүҙәрәк бина утын менән йылытылһа, артабан газ үткәрелә. Һыуҙы эскә индереүҙе, башҡа уңайлыҡ булдырыуҙы Нурия Сәлмән ҡыҙының ире үҙе башҡарып сыға.
1985 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, Нурия Сәлмән ҡыҙы Үтәгән ауылында хеҙмәт юлын башлай. Ишкилде ауылы егете Мансурға кейәүгә сыҡҡас, йәш ғаилә Асҡарҙа йорт һалып, шунда төпләнә, ике ҡыҙҙары донъяға килә. 1993 йылда ғаилә башлығының теләген тормошҡа ашырып, Усмановтар тыуған ауылдарына ҡайта ла яңы йорт һала.
– Район үҙәгендә эшләп йөрөгән ерҙән ҡапыл ауылға ҡайтырға булғас, беҙҙең бындай аҙымға күптәр аптырап ҡалды. Миңә эш урыны ла булғас, иремдең теләгенә ҡаршы килмәнем. Ҡайны-ҡәйнәбеҙҙең биш улы бар, уларҙың барыһы ла Асҡарҙа ине, шуға күрә беҙ яндарында булырбыҙ тип ҡайттыҡ. Бер ҙә үкенмәйбеҙ, ауыл халҡы яҡшы, яратҡан эшем бар, – ти ауыл фельдшеры.
Бөгөн ул, Ишкилде ауылынан тыш, дүрт саҡрымда ятҡан Һәйетҡол ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә. Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән изге йөрәкле ханым 2015 йылда республикала “Иң яҡшы фельдшер” булып таныла һәм Рәсәй кимәлендәге “Иң яҡшы фельдшер”ҙарҙың тәүге унау исемлегенә инә. Ауылдаштарының “үҙебеҙҙең доктор!”, “килендән уңдыҡ!” тигән һүҙҙәрендә тулыһынса хаҡлыҡ бар.
Ысынлап та, тәжрибә йылдар дауамында тупланалыр, күрәһең. Бөгөн Нурия Сәлмән ҡыҙына терапевт, кардиолог, гинеколог, психолог, хирург та булып китергә тура килә. Ул ҡуйған диагноз һәр саҡ дөрөҫ була, ти сирлеләр. Ауыл халҡы күбеһенсә быуын һыҙлауынан, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты сирҙәре менән яфалана. Уларҙың һәр береһен шәхси күҙәтеүе аҫтына алған ул. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын сабыйҙар донъяға килә, йәштәр ғаилә ҡора, мәктәп йәшендәге балалар ҙа күп.
– Әле хаҡлы ялда булһам да, эшемде ташларға теләк юҡ. Шулай ҙа йәштәр эшкә ҡайтһа, бик шатланып ҡабул итер инем, – тип әйтеп ҡуйҙы фельдшер.
Уңғандар биҙәй тыуған төйәкте
Ишкилде ауылы элек-электән алтын ҡуллы оҫталары менән дан тота. Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, тигәндәй, көрәктәр һәр ерҙә киң танылыу тапҡан. Һандыҡ эшләү оҫтаһы Мансур Усманов быйыл “Ҡурай” каналы үткәргән “Ҡул оҫтаһы” номинацияһында еңеү яулаған. Ул эшләгән һандыҡтар һаны 500-ҙән артҡан, хатта аныҡ ҡына иҫәбен дә белмәй.
– Атайым оҫта булды, беҙ ҙә, уның биш улы, ағас эштәренә генә түгел, һәр нәмәгә маһирбыҙ. Атайым бәләкәй саҡтан атайһыҙ үҫә, әммә уның эш ҡоралдары ҡалған була. Шулар ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләй, аҡрынлап тирә-яҡта иң оҫта ҡуллы кеше булараҡ дан ала. Унан күреп, бәләкәй саҡтан төрлө әйберҙәр яһап үҫтек, атайыбыҙ бер ваҡытта ла беҙҙән ҡоралдарын йәлләмәне. Балталарын үтмәҫләп, боҙоп бөтһәк тә, һуҡранманы. Кире үткерләп алыр ҙа ҡайтанан эшенә тотонор ине. Беҙгә оҙаҡ итеп нотоҡ һөйләп түгел, ә үҙ өлгөһөндә эш менән тәрбиәләүе күпкә отошло булған, тип уйлайым хәҙер. Тәүге һандығымды балдыҙға эшләп биргәйнем, артабан был шөғөлгә ихласлап тотоноп киттем, – ти Мансур Марс улы.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, ысынлап та, атаһының ағас эшенә маһир булыуы улы Мансурға ла күскән. Ул эшләгән һандыҡтар сифатлы һәм, иң мөһиме, күңел һалып эшләнгән булыуы менән айырылып тора. Хәҙер ҙә ҡыҙын кейәүгә биргән күп ата-әсә элекке йолаға тоғро ҡала, шуға күрә һандыҡ яһау оҫталары эшенә һорау көндән-көн арта, тиһәк тә була. Эшләп кенә өлгөрт!
– Тәүҙәрәк һандыҡҡа йөрәк, аҡҡош кеүек һүрәттәр эшләһәм, хәҙер үҙемдең брендым булырлыҡ тамғам бар, – тип әңгәмәне дауам итте Ишкилде оҫтаһы. – Ҡыҙҙарымды кейәүгә бирер алдынан бер нисә һандыҡ эшләп, ҡайһыһын алыр инегеҙ, тигән һорауыма икеһе лә Тамъян ырыуы тамғаһы һалынғанын һайланы. Уйланым да, һәр оҫтаның үҙ тамғаһы булырға тейеш тип, “Мансурҙың һандығы” тип әллә ҡайҙан күренеп, танылып торған биҙәк – тамғалар эшләүгә тотондом. Һандыҡтарҙың бәләкәйе лә, ҙуры ла бар. Тәүҙә уларҙы эшләр өсөн ҡарағай таҡтаны өс-дүрт йылға киптерергә һалам. Кибеп бөткәс кенә һандыҡ эшләргә тотонам. Йыл һайын таҡталар махсус урынға өйөлә бара, әҙерҙәренән һандыҡтар яһала бара, һатыла тора. Әле һандыҡтың хаҡы ете мең, төҙөлөш материалдарының хаҡы артты, бәлки, аҙыраҡ өҫтәргә лә тура килер.
Мансур Усманов бер нисә тапҡыр Әбйәлил районында үткән “Һандыҡ-шоу” конкурсында гран-при яулай, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бөгөн дә бихисап һандыҡҡа заказ алынған, уның оҫтаханаһында эш ҡайнап торған осор.
Ауылда үҙ пилорамаһын тотҡан Һиммәт Шаһивәлиевте урамда эш ваҡытында осраттыҡ. Ул улдары Илвир, Нур һәм Рәмзил менән бүрәнә тарттырып, таҡта ярып, бура бурау менән булыша, әҙер таҡталарҙы һатыуға әҙерләй.
– Урманды тендер аша һатып алып, ағас сығарабыҙ, ҡарағайҙан заказ буйынса йорт, мунса, аласыҡ буралары күтәрәбеҙ, таҡта бысабыҙ, – ти Һиммәт Мостафа улы. – Ауылда эшләйем, йәшәйем тигәндәргә мөмкинлектәр бар, тик үҙеңә тырышырға кәрәк. Ана, улдарым да бәләкәйҙән миңә ярҙамлашып үҫте, бөгөн бар эште беләләр, бергәләшеп эшләйбеҙ.
Ауылдың йәнә бер оҫта ҡуллы ир-егеттәренең береһе – Алсынбай Шаһивәлиев. Ҡатыны Ишһылыу менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ауылдағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Улдары Таһир Шаһивәлиев – республикалағы оҫта гармунсыларҙың береһе, бөгөн атаһының юлын дауам итә.
Алсынбай Ильяс улы халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөл-кәсептәрен дауам итеүселәрҙең береһе лә. Ул дуға бөгә, көйәнтә эшләй, күреп – арбаға ситән яйланма үрә. Шулай уҡ ултырғыстар яһай, һораусыларға башҡа йыһаз да эшләп бирә. Ә буш ваҡытында ҡулына гармунын алһа, бар донъяңды онотоп тыңлайһың, тиҙәр уның тураһында.
Береһе һалма ҡырҡа, икенсеһе ҡот ҡоя
Ишкилде ауылында оло йәштәге инәйҙәр байтаҡ. Уларҙың күбеһе яңғыҙы ла матур итеп донъя көтә.
Һәнеүәт Усманова – ауылдағы иң ихтирамлы һәм хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе. Тормош иптәше Марс менән баһадирҙай биш ул үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәйгә яңыраҡ ҡартын һәм бер улын юғалтырға тура килгән. “Барыһы ла Хоҙай ҡулында, ҡушҡаны шул”, – тип ныҡ булырға тырышһа ла, күҙҙәрендә һағыш сағыла.
Бик йәшләй, ни бары 17 йәшендә, килен булып төшә ул. Үҙе күрше Үтәгән ауылынан. 62 йыл иңгә-иң терәп, ире менән татыу йәшәгән, 106 йәшенә тиклем ҡәйнәһен ҡараған, 103 йәшенә тиклем ҡайныһын тәрбиәләгән сабыр ҡатын да, күптәргә өлгө булырлыҡ ағинәй ҙә ул. 48 йәшенән бер намаҙын ҡалдырмай, сираттағы ураҙаһын тотҡан Һәнеүәт Исрафил ҡыҙы ысын мәғәнәһендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сағыу өлгөһө, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Бөгөн ул 12 ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле өләсәй, улдарының иң хөрмәт иткән ғәзиз кешеһе һәм килендәре өсөн ихтирамлы ҡәйнә лә.
Ҡулынан дини китабын төшөрмәгән, һәр саҡ иман юлында булған инәй оҙаҡ йылдар ярҙам һорап килгәндәргә быуын ултырта, мейе ҡаға, ҡот ҡоя, балаларҙы имләй. Уның шифалы ҡулы әллә күпме кешене дауалаған, сабыйҙы тынысландырған.
Ауылдың йәнә бер оло йәштәге инәйҙәренең береһе Мәрғүбә Йәнбирҙинаға – 96 йәш. Уның ошо йәшендә бер биҙрә һалма ҡырҡып, бәлештәр бешереп, изге Рамаҙан айындағы ураҙаның тәүге көнөндә ауылдаштарын ифтарға саҡырырға ниәтләп йөрөгән сағына тура килдек. Күңеле – йәш, йөрәге – дәртле, иманы саф инәйгә “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең!
Бына ошо ағинәйҙәрҙән өлгө алып, улар юлын дауам итеп, айыҡлыҡты үҙ итеп, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған да инде ауыл халҡы. Өйрәнерлек оҫталары, фәһем алырлыҡ инәйҙәре, ил ағалары бар был ауылда. Бер-береһен ихтирам иткән, хөрмәтләгән ерҙә генә матур йолалар, боронғо шөғөлдәр һаҡланып ҡала, быуындан быуынға күсеп килә.
Йолаларға тоғро тигәндәй, беҙгә лә, тәңре ҡунаҡтарына, Бүләкбикә менән Арыҫлан Мырҙагилдиндар әҙерләгән табында булырға тура килде. Хужа өсөн ниәтләнгән ҡорбан ашы йолаһы бар дини талаптарға ярашлы үтәлде. Бер бүлмәлә – ирҙәр, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙҙар айырым ултырҙы. Һуңғы ваҡытта Ҡөрьән аштарында барыһы ла бер өҫтәл артында ултырғас, был хаҡта һорамай булдыра алманым.
– Беҙҙә элек-электән был йола шулай үтәлә. Ирҙәр өсөн айырым өҫтәл әҙерләнә, ҡатындарға ла айырым, балалар күп икән, уларҙы ла башҡа ултыртабыҙ, – ти йорт хужабикәһе Бүләкбикә апай.
Әбйәлилдәргә хас бишбармаҡ, һурпа, буҙа, йыуаса һәм башҡа телеңде йоторлоҡ ризыҡтар табынды йәмләне.
Иҫерткес эсемлектәр һатылмай
Гөлсиә менән Хөрмәт Хәсәновтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп ултыра. Бар уңайлыҡтар булдырылған ауыл өйө ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел!
Буласаҡ ҡатынына тәү күргәндә үк ғашиҡ булған Хөрмәт Әхәт улы уны ике аҙнанан кәләш итеп алып та ҡайта. 1990 йылда өйләнешкән пар – бөгөн ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе.
Архангел районының Оҙондар ауылында тыуып үҫкән Гөлсиә килен булып төшкән ерен үҙ итә. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы өс улдары донъяға килә. Өлкәндәре Илнур инде эшләп йөрөһә, Нәғим менән Рәсүл медицина юлын һайлаған – икеһе лә Сибай медицина колледжында белем ала. Ғаилә башлығы “Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы”на йөрөп эшләй, Гөлсиә Шакирйән ҡыҙы ауылдағы башланғыс мәктәптә уҡыусыларға белем бирә.
Ауылдаштары ҙур ышаныс менән Хөрмәт Әхәт улын староста итеп һайлаған. Үҙ иңенә оло яуаплылыҡ алып, уларҙың ышанысын аҡларға тырыша ул. Ауылдағы бар проблемаларҙы хәл итеүҙә – көтөү мәсьәләһе булһынмы, төҙөкләндереү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, халыҡты бергә туплап, өмә үткәреүме – бар ойоштороу эштәре уның иңендә. Әйткәндәй, уларҙың шәхси магазины ла бар, унда иҫерткес эсемлектәр һатыуҙан баш тартҡандар.
Киләсәк йәшәй был йортта
Әлиә менән Иршат Дәүләтшиндәрҙең ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Әле улар әсәләре Фирүзә Әнүәр ҡыҙы менән бергә йәшәй, киләсәктә үҙҙәре яңы йорт һалып сығырға хыяллана. Айҙар, Нуриман, Нурлан һәм Нурислам улдары янына күптән түгел игеҙәктәр – Әлфир менән Әнилә өҫтәлгән.
– Үҙем был ауылға 1970 йылда килен булып төштөм, алты бала үҫтерҙем. Килен – ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, киленем дә алты балаға ғүмер бирҙе, яңы ғына игеҙәк ейән менән ейәнсәрем донъяға килде, – тип ҡыуана йорт хужабикәһе Фирүзә Дәүләтшина.
Ысынлап та, ауылдың киләсәге булыр ишле ғаилә йәшәгән был йорттан кескәйҙәрҙең шат тауыштары өҙөлмәй. Уларҙың эскерһеҙ йылмайыуҙарын күреп, үҙебеҙ ҙә бер аҙға ғына булһа ла ғәмһеҙ бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ.
Барыһы ла айыҡ тормош яҡлы!
Алдан әйткәнебеҙсә, Ишкилде ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Улар үткән йылда ла үҙ көсөн һынап ҡараған, районда ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында еңеү яулаған. Быйыл иһә көрәктәр – дәртле йөрәктәр йәнә үҙ көстәрен республика кимәлендә һынап ҡарарға булған.
Берҙәм, сәмле, һәр эшкә маһир халыҡ йәшәүҙәре, булмыштары менән күптән инде айыҡ тормошто үҙ иткән – ауылда эскелек менән мауыҡҡан кеше лә юҡ тиерлек. Иң мөһиме – донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙар “шайтан һыуы” менән шаярмай, йәштәр күптән инде спортты үҙ иткән, сәләмәт тормошто һайлаған. Яңыраҡ район буйынса “Ҡышҡы милли спорт ярыштары” тип аталған ҙур спорт байрамын юғары кимәлдә үткәргәндәр. Сарала Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергә Ханты-Манси автономиялы округынан да вәкилдәр ҡатнашҡан. Артабан да сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Дәртле һәм сәмле, уңған ауыл халҡына республика кимәлендәге конкурста еңеп сығыуҙы һәм артабан да шундай дәртле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.