“Аңлатабыҙ.рф” (“Объясняем.рф”) мәғлүмәт порталының барлыҡҡа килеүенә бер ай тулды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте 1 мартта рәсми интернет-ресурсты эшләтеп ебәрҙе. Уның төп маҡсаты – халыҡҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт еткереү, Рәсәйҙәге социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләү һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттең таралыуына юл ҡуймау.
Төбәктең урындағы үҙенсәлеге менән бәйле мәсьәләләр юғалмаһын өсөн 2022 йылдың 1 мартында Башҡортостанда социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” паблигы ла эш башланы.
Бер ай эсендә порталда халыҡтың тиҫтәләгән һорауҙарына яуап бирҙеләр. Бик күп мәғлүмәт алырға ярҙам иткән махсус чат-бот та булдырылды, уны һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://t.me/WeexplainRB_Bot. Бынан тыш, “Аңлатабыҙ” проекты сиктәрендә брифинг үткәрелде, ул Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелде. Бер сәғәт эсендә республиканың алты министры Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле менән бәйле иң популяр һәм киҫкен һорауҙарға яуап бирҙе.
“Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге республика халҡы социаль селтәрҙә ҡалдырған бөтә мөрәжәғәттәрҙе иғтибар үҙәгенә ала. Беҙ кешеләрҙе нимә борсоуын асыҡ күрәбеҙ. “Аңлатабыҙ” ресурсы һәм уның беҙҙең төбәктәге тармағы булған “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” порталы был һорауҙарҙың күптәренә яуап бирергә мөмкинлек бирә, - ти Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская. - Беҙ төбәктең, республиканың киң мәғлүмәт саралары менән бергә мәғлүмәт баҫтырабыҙ. Муниципалитеттар сайттарында “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” баннеры барлыҡҡа килде. Иң мөһиме – халыҡ кәрәкле мәғлүмәт алһын һәм ул дөрөҫ, урынлы булһын".
Дөйөм алғанда, бер айҙа Рәсәйҙә “Аңлатабыҙ” мәғлүмәт платформаһына 11 миллион тапҡыр ингәндәр. Порталдың 370 меңдән ашыу яҙылыусыһы бар. Был хаҡта ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы башлығы урынбаҫары Михаил Шумаков һәм “Төбәктәр диалогы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Кирилл Истомин хәбәр итте. Иң популяр темалар иҫәбендә – халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре (улар ҡулланыусыларҙың 27 процентын борсой). Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф темалары (16-шар процент). Шулай уҡ рәсәйҙәрҙе финанстар, элемтә һәм интернеттың асыҡлығы, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү, льготалы ипотека кредиттары программалары һәм кредит каникулдарын рәсмиләштереү мәсьәләләре борсой. Эшкә бөтә федераль министрлыҡтар, ведомстволар йәлеп ителгән. Үткән айҙа улар граждандарҙың мөһим мәсьәләләре буйынса 130-ҙан ашыу рәсми аңлатма биргән.
Фото: novvedomosti.ru