Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 09:47

Тағы торлаҡ тураһында...

realty-nara.ru
Фото:realty-nara.ru

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының яңы операторға күсеүе тураһында һөйләйҙәр. Был нимәгә кәрәк? Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты ябайлаштырылған схема буйынса ла рәсмиләштереп була, тиҙәр...

Р. Солтаншина”.

 

– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһындағы дәүләт мәғлү­мәт системаһы үҫеше менән яңы оператор – “Мәғлүмәт системаһы операторы” акционерҙар йәмғиә­те шөғөлләнәсәк. Уға бындай хоҡуҡ “Рәсәй почтаһы” акционер­ҙар йәмғиәте тарафынан бирел­гән. Яңы операторға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын­дағы дәүләт мәғлүмәт система­һын башҡа төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт системалары, уларҙың хеҙмәттәре менән граждан­дарҙың файҙаланыуы өсөн заманлаштырырға тура киләсәк.

Айырым алғанда, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм һанлы системаһы барлыҡҡа киләсәк. Ошо уҡ платформала яңы, уңай­лыраҡ хеҙмәттәр булдырыласаҡ. Бынан тыш, махсус мобиль ҡу­шым­та эшләнәсәк. Ул граждан­дарға торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡтың дәүләт мәғлүмәт систе­маһын мобиль ҡушымта аша фай­ҙаланыу мөмкинлеген бирә­сәк. Был эш барышында шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ­тың дәүләт мәғлүмәт системаһын башҡа төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт системаһы менән интеграциялап буласаҡ. Был системала мәғлүмәттәрҙе урынлаш­тырыу процесын ҡулайлаш­тырасаҡ һәм мәғлүмәттәр ике тапҡыр ебәрелмәйәсәк.

Әйткәндәй, Башҡортостан өлөшсөләре күсемһеҙ милеккә хоҡуғын ябайлаштырылған схема буйынса рәсмиләштерә ала. 2022 йылдан торлаҡ һәм коммерция күсемһеҙ милеген һатып алған бындай кешеләр документтарҙы электрон төрҙә рәсмиләштереүгә бирә ала, тип хәбәр итә “Росреестр”. Быға 2021 йылдың 30 декабрендә дәүләт Президенты ҡул ҡуйған яңы федераль закон булышлыҡ итә.

 – Хәҙер өлөшсөгә өлөшләтә төҙөлөш объектына милек хоҡуғын теркәр өсөн Күп функциялы үҙәккә үҙаллы мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Уның өсөн барыһын да төҙөүсе атҡарасаҡ. Быйыл республика төҙөүселәре документтарҙы электрон рәүештә тулыһынса тапшырыуға күсер тип иҫәпләйбеҙ, сөнки яңы закон был процесты күпкә ябай­лаш­тырҙы. Әгәр быға тиклем өлөш­сөгә документтарҙы тапшырыр өсөн квалификациялы электрон-һанлы ҡултамғаға эйә булыу мот­лаҡ булһа, хәҙер ул кәрәкмәй. Объект­ты ҡабул итеү һәм тапшырыу актына ҡағыҙ вариантта ҡул ҡуйыла, төҙөүсе документты скан аша үткәрә, үҙенең электрон ҡултамғаһын ҡуя һәм “Росре­естр”­ға ебәрә. Документ­тарҙы электрон төрҙә теркәү ваҡыты ике-өс эш көнө тәшкил итә, – тип асыҡланы “Росреестр”ҙың Баш­ҡортостан буйынса идаралығы рәйесе урынбаҫары Марина Мартынова.

Ул шулай уҡ документтың электрон төрөнөң, ҡағыҙ варианты кеүек үк, юридик көскә эйә булыуын белдерҙе. Законға ярашлы, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙан документ­тарҙы электрон формала ебәргән өсөн аҡса алынмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан төҙөүселәр өлөшсөләр хоҡуҡтарын теркәү хоҡуғы менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә булды.

Төҙөлөш тураһындағы һорау­ҙар­ға килгәндә, шәхси йорт һа­лыусылар бер нимәгә иғтибар итә һалмай, ә был хаҡта белеү ҡамасау түгел. Күптәр ер участ­каһын рәсмиләштерә һәм унда өй төҙөргә ашыҡмай. Был аңла­шыла ла кеүек: үҙ милкеңдә бул­ған ерҙә ҡасан да булһа йорт һалырға, йәшәргә була төҫлө. Тик ошо төҙөлөш ваҡытын оҙаҡҡа һуҙған кешене яуаплылыҡҡа тарт­тырыуҙары ихтимал. Рә­сәйҙең икенсе кимәлдәге кассация суды Мәскәү өлкәһе Углич районынан бер граждандың эшен ҡарағандан һуң ошолай хәл иткәйне. Шулай итеп, торлаҡ төҙөр өсөн бирелгән урында ер эшкәртелмәһә, төҙөлөш бармаһа, был урын сүп-сарға батып, күршеләргә иркен, матур йәшәргә мөмкинлек бирмәһә, Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, ер хужаһына штраф янай. Был сумманың 20 меңдән 50 мең һумға тиклем тәшкил итеүе ихтимал. Тағы шуныһы: белгестәр әйтеүенсә, йылдар үтеп, торлаҡ төҙөлөшө башланмай икән, Рәсәйҙең Граждандар кодексы был ер участкаһын тартып алырға рөхсәт итә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: