Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2022, 22:30

Яҡшының ҡунағы бер көндә

Хөрмәт Үтәшев: "Атайымдың арабыҙҙа юҡлығына 45 йыл да үтеп киткән..."

Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ошо көндәрҙә тыуған еренә – Хәйбулла районына ҡайтҡан. Ул сығышы менән Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылынан.

Уны атайсалы бик йылы ҡаршы алған.

“Яҡшының ҡунағы бер көндә”, ти халыҡ. Раҫ икән дә баһа! Тыуған йортомдоң ҡапҡаһын асыуым булды –  ҡустымдарҙың һыйыры ла быҙауланы!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге диуарында.

“Атайымдың арабыҙҙа юҡлығына 45 йыл да үтеп киткән икән... Бер туғандарым йыйылып, атай йортонда атайыбыҙҙың рухына аят уҡыттыҡ. Аҡьярҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендәге һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ”, – тип яҙған ул. 

Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында данлыҡлы көрәшсе, танылған артист Хөрмәтулла Үтәшевтең атаһы Ғаззали Үтәшевкә бюст асылған.

Фото: Хөрмәтулла Үтәшевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: