Йәмғиәт
9 Апрель 2022, 12:30

Һаҡ булығыҙ: тотҡон ҡасҡан!

Ул кеше ғүмеренә янаған өсөн иркенән мәхрүм ителгән булған.

Һаҡ булығыҙ: тотҡон ҡасҡан!Һаҡ булығыҙ: тотҡон ҡасҡан!
Һаҡ булығыҙ: тотҡон ҡасҡан!

Өфөнөң Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 5-се холоҡ төҙәтеү колонияһынан тотҡон ҡасҡан, тип хәбәр итә «Башинформ».

Учреждение хеҙмәткәрҙәре киске тикшереү ваҡытында уның юҡлығын асыҡлай. Ҡасҡалаҡ быйыл февраль айында Енәйәт кодексының 119-сы статьяһы буйынса иркенән мәхрүм ителгән булған. Ул кешегә үлтереү менән янап, һауылығына етди зыян килтереүҙә ғәйепләнгән. Уның хаҡында шулар билдәле: 33 йәшлек ир, һул яҡ ҡолағы юҡ. Йөрөгән юлдарығыҙҙа һаҡ булыу һорала.

 

Фото К. Кадинина.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас