Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2022, 10:00

Аҡса урынына - расписка...

Ауыл халҡын ул 2,2 миллион һумға алдаған

Аҡса урынына - расписка...
Аҡса урынына - расписка...

Ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны - ихатаһындағы малы. Йыл әйләнәһенә уны сығымдар түгеп үҫтереп, һатып, бер аҙ донъяһын йүнәтергә, балаларын уҡытырға тырыша ул.

Уларҙың ауыр хеҙмәте һөҙөмтәһен үҙ файҙаһына бороп ебәрергә маташҡан әҙәмдәр ҙә осрап ҡуя тормошта. Улар - аралашсылар, йәғни ауыл кешеһенең малын осһоҙораҡҡа алып, арттырып һатып аҡса эшләүселәр. Ярай ҙа бит ғәҙелйәне осраһа... Ә бына яңыраҡ бер намыҫһыҙының халыҡтан күп итеп ит йыйып, аҡсаһын түләмәй йөрөгәне, уның бурысы 2 миллиондан ашып киткәне тураһында билдәле булды.

Тәүҙә был ир эшмәкәрлеге хаҡында белдереү таратҡан, үҙенә реклама яһаған - шуның менән ышаныс яулаған. Был тәҡдимде мал аҫраусылар шатланып ҡабул иткән һәм алыпһатарға продукцияһын тапшыра башлаған. Шулай итеп алты райондан ул һигеҙ тоннанан ашыу ит йыйып алыуға өлгәшкән.

Үҙенең етди эш итеүен иҫбатлау өсөн алыпһатар ит алыуы тураһында расписка ла яҙып биргән. Ә аҙаҡ үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, ир тауар хаҡын ҡайтарырға уйламаған да.

Һөҙөмтәлә төрлө районда йәшәгән 30-лап кеше был эшмәкәрҙән 22,2 миллион һумлыҡ зыян күргән. Үҙ ғәйебен хәсрәт алыпһатар таныған, мал аҡсаһын түләгән. Суд уны ғәйепле тип табып, шартлы срокка хөкөм иткән.
Фото:ok.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: