Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2022, 14:00

Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында "Кәсеп - айыҡлыҡ нигеҙе" тип аталған төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте.

Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы
Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы

Кисә "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылында "Кәсеп-айыҡлыҡ нигеҙе" тип аталған беренсе төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте. Уның эшендә өс тиҫтәнән ашыу Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән оҫталар ҡатнашты. Сарала Өфө ҡалаһынан килгән "Айыҡ ауыл” конкурсының ойоштороу комитеты ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев, журналист һәм драматург, Вәзәм ауылы килене Сәрүәр Сурина, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Роза Рәсембәтова һәм  райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт ҡатнашты.
Вәзәм ауыл урамы бер көнгә ҙур күргәҙмәгә әүерелде. Төпкөл ауылдың үҙендә генә өс тиҫтәгә яҡын кәсепсе йәшәй. Ағас, умарта, станоктар эшләү менән бер рәттән септә һуғыу, мурҙа үреү, сыбыртҡы үреү кеүек боронғо кәсеп төрҙәрен дә тергеҙәләр улар. Унан тыш үҙ ҡулдары менән төрлө ҡоролмалар, техника төҙөп алыусылар ҙа бихисап. Ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталыҡ даны күптән инде таралған. Ун йыл дауамында һуҡма шәлдәр эшен йәнләндереп, кейеҙ баҫыу кеүек эштәргә лә тотоноп киткән улар. Быларҙың барыһына ла килгән ҡунаҡтар һоҡланып ҡараны. Райондың башҡа ауылдарынан, күрше өлкә-райондарҙан килгән оҫталар ҙа үҙ ижад өлгөләре менән таныштырҙы.
Роза Раузат ҡыҙы алып барған "түңәрәк өҫтәл"дә һүҙ ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған, әммә онотолған шөғөл-кәсептәрҙе ҡайтанан тергеҙеү, үҫтереү, камиллаштырыу хаҡында барҙы. Сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан Хәйбулла районында кәсепселәр берекмәһен ойоштороу тигән уртаҡ фекергә килде. Артабан районда йәшәүсе оҫталар реестырын төҙөү, барлыҡҡа килгән ойошмаға  бар яҡлап булышлыҡ итеп, бигерәк тә уға төрлө гранттар яулау өсөн юридик ярҙам күрһәтеү, һөнәрсенең эшен йәйелдереү, ярҙам итеү, эштәрҙе республика кимәленә сығарыу, ярашлы бәйгеләрҙә ҡатнаштырыу, белем усаҡтарында боронғо кәсеп төрҙәрен өйрәнеү, тергеҙеү буйынса класс сәғәттәре һәм саралар ойоштороу, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятыу, эшҡыуарлыҡҡа өндәү, яңы, үҙенсәлекле таланттарҙы асыу, уларҙы халыҡҡа танытыу, бөгөнгө заманға ярашлы итеп үҙгәртеү, зауыҡ менән биҙәп стилләштереү һ.б маҡсаттар ҡуйылды.

Вәзәм ауылы килене, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына һуҡма шәлде тергеҙеүҙә ҙур башланғыс һалған Сәрүәр Суринаның киләсәктә "Вәзәм йәрминкәһе" үткәреү, унда тирә-яҡтан кәсепселәрҙе саҡырыу, үҙ тауарҙарын һатыу өсөн сауҙа нөктәләре тәҡдим итеү кәрәк тигән идеяһы ла бер тауыштан хуплау тапты.

Ә инде алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән Ырымбур шәлселәренең дебеттән төрлө әйберҙәре үҙе бер сәнғәт өлгөһөнә тиң ине.

Төбәк-ара кәсепселәр форумы хаҡындағы яҙманы гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныша алырһығыҙ.

Автор фотолары.

Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы
Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы
Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы
Бәләкәй Арыҫланғолда - төбәк-ара кәсепселәр форумы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: