Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель , 12:15

Эштән сыҡҡан да ғәйеп булған...

30 марттан бирле унан бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

Эштән сыҡҡан да ғәйеп булған...
Эштән сыҡҡан да ғәйеп булған...

Нефтекаманан 25 йәшлек Рәүил Фәләхов 30 март көнө сәйер рәүештә юҡҡа сыҡҡан. Ул эш көнөнән һуң үҙенең ҡара төҫтәге "Опел Астра"һында ҡайтырға сыҡҡан, тик өйөнә барып етмәгән, ә телефоны һаман да һүнгән көйө. Билдәһеҙлектән арманһыҙ булып ҡайғырған туғандары ярҙам һорап полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.

Егеттең буйы 175 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа ҡара һоро, күҙҙәре лә һоро төҫтә. Маңлайында бер сантиметр ҙурлығында яра эҙе бар.

Ул көндө көләпәрәле ҡара куртка, ҡара-күк төҫтәге джинсы салбар, ҡара ботинка, ҡара шапка кейгән. 499 дәүләт номерлы ҡара төҫтәге "Опель Астра" автомобилендә хәрәкәт иткән.

Рәүил Фәләхов тураһында ниҙер билдәле икән, полицияға йәки ирекмәндәргә (89279698919) мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в