Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2022, 19:30

Стәрлетамаҡ башлығы – таксист

Рөстәм Ғәзизов шәмбе көнө ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашҡан, ә инде өйгә ҡайтҡанда таксист булған, ябай кешеләрҙе хеҙмәтләндергән.

Стәрлетамаҡ башлығы – таксист
Стәрлетамаҡ башлығы – таксист

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров көтмәгәндә комбайнға ултырғанда һәм комбайнсы менән киң яланды урағанын күреү тулҡынландырғыс ине. Был хәл Радий Фәрит улының Күгәрсен районына эш сәфәрендә булды.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та таксист булып ҡараған. Рөстәм Фәрит улы билдәләүенсә, бөгөн бөтәһе лә властың асыҡ булыуы кәрәклеген һөйләй, үҙ сиратында, түрәләр ябай халыҡҡа яҡын булырға тейеш. Ул ошо фекер менән тулыһынса килешә.

– Әлбиттә, етәксе булараҡ, мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан алам, – тип яҙған социаль селтәрҙә Рөстәм Ғәзизов. – Отчеттар, һандар күрһәткесе, граждандарҙың мөрәжәғәте һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Әммә бер ниндәй ҙә рәсми ҡағыҙ проблеманы бөтә тулылығында асып һалмай. Ошо уйланыуҙар ҡала халҡы менән бүтән төрлө аралашыуға алып килде лә инде.

Рөстәм Ғәзизов шәмбе көнө ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашҡан, ә инде өйгә ҡайтҡанда таксист булған, ябай кешеләрҙе хеҙмәтләндергән.

– Кешеләр өсөн был бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды, – тип һөйләй Рөстәм Ғәзизов. – Ҡала тураһында һөйләштек, улар үҙәктәренә үткән проблемалар тураһында һөйләне. Киләсәктә ҡаланы нисек күрергә теләүҙәрен асыҡтан-асыҡ әйттеләр. Киләһе оператив кәңәшмәлә был мәсьәлә тураһында һөйләшеү буласаҡ.

Рөстәм Ғәзизов әйтеүенсә, ул хеҙмәте өсөн кешеләрҙән аҡса алмаған.

Фото: runews24.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: