Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 15:45

“Беҙ өмәгә сығабыҙ һәм һеҙҙе лә саҡырабыҙ!”

Республикаға идара итеү үҙәге яҙғы өмәләр тураһында яңы яҙма ҡуйҙы. 

“Беҙ өмәгә сығабыҙ һәм һеҙҙе лә саҡырабыҙ!”
“Беҙ өмәгә сығабыҙ һәм һеҙҙе лә саҡырабыҙ!”

“Яҙ, тиҙҙән өмәләр. Барыһын да шундай итеп ойошторорға кәрәк, һуңынан кешеләр сүп-сар тулы тоҡтарҙың ташланмай туҙып ятыуы, эштең аҙаҡҡаса матурлап башҡарылмауы тураһында ялыуҙар яҙырлыҡ булмаһын.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андей Назаров видеоконференция алымында үткәргән кәңәшмәлә лә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда республиканың ведомство, муниципалитет һәм төбәк операторҙары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала 1 майға тиклем барлыҡ биләмәләр йыйыштырылырға тейеш.

Дөйөм алғанда, 1 марттан 10 апрелгә тиклем Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары сүп-сар мәсьәләһенә бәйле 53 хәбәрҙе теркәгән. 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был аҙыраҡ, былтыр 71 мөрәжәғәт булған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда киләһе дөйөм өмә 23 апрелдә үтәсәк.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылдың 24 апрелендә үткән Бөтә Рәсәй өмәһендә республиканың 226 мең кешеһе ҡатнашҡан, ике мең самаһы махсус техника йәлеп ителгән.

Беҙ ҙә өмәгә сығасаҡбыҙ һәм һеҙҙе лә саҡырабыҙ!” - тип яҙҙы Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре. 

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: