Йәмғиәт
11 Апреля 2022, 12:30

Район-ҡала башлыҡтарынан социаль селтәрҙә иң әүҙемдәре кемдәр?

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәге Андрей Назаров үткәргән видеоконференцияла яһаған сығышта хәбәр итте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Район-ҡала башлыҡтарынан социаль селтәрҙә иң әүҙемдәре кемдәр?Район-ҡала башлыҡтарынан социаль селтәрҙә иң әүҙемдәре кемдәр?
Район-ҡала башлыҡтарынан социаль селтәрҙә иң әүҙемдәре кемдәр?

“Беҙ муниципалитеттарҙың һәм хакимиәт башлыҡтарының социаль селтәрҙәге сәхифәләрен нисек алып барыуын анализланыҡ. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге нигеҙендә шундай документ бар: https://npa.bashkortostan.ru/29352/

Был ни өсөн кәрәк? Радий Хәбиров күптән инде аныҡ билдәләне: халыҡ ҡайҙа – власть шунда булырға тейеш. Кешеләр социаль селтәрҙә әүҙем икән, тимәк, властан да шул талап ителә.

Нимә хаҡында сығыш яһаныҡ? 2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Бәйләнештә” селтәрендә иң күп яҙылыусылар Өфө ҡалаһы хакимиәтенә тура килә: 135 230. Стәрлетамаҡ (17 200) һәм Нефтекама (15528) икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлешә.

Ҡарауҙар һаны буйынса беренсе урында – Өфө (11 228 156), артабан Октябрьский (8 775624) һәм Белорет районы (5 801491) килә.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса иң күп ҡарау йыйғаны -  Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең пассажирҙар ташыу кимәлен яҡшыртыу тураһындағы яҙмаһы.

Башлыҡтар буйынса статистика түбәндәгесә: 2021 йылда социаль селтәрҙә иң әүҙеме Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев булған: уның социаль селтәрҙәге сәхифәһенә 18795 кеше яҙылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтың (12850 яҙылыусы) һәм Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның (12491 яҙылыусы) сәхифәләре лә кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы.

Ратмир Мәүлиевтең сәхифәһе ҡарауҙар һаны буйынса ла иң алда: 5 035640. Икенсе урында – Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов (4 640889), өсөнсөлә – Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта (4 284338).

Постар нимә тураһында? Төрлөсә. Ратмир Мәүлиевтең Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы булып яңынан тәғәйенләнеүе тураһындағы яҙмаһын 64 меңдән ашыу кеше ҡараған һәм был хәбәрҙе 1784 кеше оҡшатыуын белдергән.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенконың 8 Март байрамы айҡанлы ҡотлауын 13 меңдән ашыу кеше ҡарап, 347 кеше “лайыҡ” ҡуйған.

Социаль селтәрҙәр – модалы күренеш йәки ваҡыт үткәреү урыны түгел, улар – тормоштағы ваҡиғаларҙың уртаһында булыу, төрлө һорауҙарға аныҡ, тиҙ яуап биреү, хәл итеү ҡоралы. Чиновниктарҙың социаль селтәрҙәге эш нигеҙе – халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү. Тормошта нимәләр булып ята, кешеләрҙе нимәләр борсой – ошоно белергә һәм аңларға тейешбеҙ”, - тип яҙҙы Республикаға идара итеү үҙәге.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова